06:15 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Башҡортостанға мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә федераль ҡаҙнанан 81 миллион һум бүленгән

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан 81 миллион һумдан ашыу бүленгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе матбуғат секретары Арина Рәхимғолова хәбәр итеүенсә, уларҙан 47 миллион – ауыл мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға, 30 миллион самаһы – бәләкәй ҡалаларҙағы театрҙарға ярҙам итеүгә һәм 5 миллион балалар һәм йәштәр өсөн театрҙарҙы үҫтереүгә йүнәлтелә.
2018 йылда Башҡортостан Республикаһында проектта 15 мәҙәниәт йорто, биш бәләкәй ҡалалар театры һәм өс балалар һәм йәштәр өсөн театр ҡатнаша. Партия проекты сиктәрендә ауыл мәҙәниәт йорттарын һәм 50 меңдән кәм кеше йәшәгән тораҡ пунктарҙағы мәҙәниәт йорттарын йүнәтеү һәм яңыртыу, театрҙарҙың матди-техник базаһын нығытыу, техник һәм технологик ҡорамалдар һатып алыу, бәләкәй ҡалалар һәм балалар һәм йәштәр өсөн театрҙарҙың репертуарын сифатлы итеп яңыртыу күҙаллана.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй Ватан мәҙәниәте» проектына урындағы халыҡ әүҙем йәлеп ителә, улар асыҡтан-асыҡ үҙ фекерен белдерә ала. Проекттың тағы ла бер бурысы – мәҙәниәт йорттарын һәм ауыл клубтарын яңыртыуға федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан аҡса бүлеүҙе контролдә тотоу. 2017 йылда мәҙәниәт йорттарын модернизациялауға 46 миллион һумдан ашыу бүленгән, 32 объект яңыртылған. Бәләкәй ҡалалар театрҙарына айырым иғтибар бүленә. Былтыр театрҙарға булышлыҡ итеүгә федераль ҡаҙнанан 670 миллион һум бүленгән һәм йүнәлтелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1122568-bashkortostanu-na-podderzhku-kultury-vydeleno-bolee-81-mln-rubley-iz-federalnogo-byudzheta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика