11:50 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Әнғәм Атнабаевтың 90 йыллығы: Өфөлә Хәтер кисәһендә халыҡ шағирының ижадына байҡау яһанылар

автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында шағирҙар һәм яҙыусылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, яҙыусының яҡындары һәм яҡташтары, уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылды.
Театр фойеһында Әнғәм Атнабаевтың тыуған төйәгендәге мәктәп музейы фондынан күргәҙмә ойошторолғайны. Тәтешле районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейынан Атнабаевтар быуыны шәжәрәһе сараға йыйылғандарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. «Китап» нәшриәте уҡыусыларға юбилей уңайынан баҫылып сыҡҡан китапты тәҡдим итте. Уға шағирҙың шиғырҙары, һөнәрҙәштәренең яҙыусы хаҡында мәҡәләләре һәм иҫтәлектәре, шиғри бағышламалар ингән.
«Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев – республикала күренекле яҙыусыларҙың береһе. Ауыр Бөйөк Ватан һуғышы йылдары шул осорҙа йәшәгән бөтә ҡәләм оҫталарына һымаҡ, уның ижадына ла йоғонто яһаған. «Ҡара икмәк» шиғырынан ул башҡорт әҙәбиәтенә ҙур юл башлай, унда ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдыра», — тип билдәләне Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.
Башҡорт драма театры сәхнәһендә Әнғәм Атнабаевтың 11 пьесаһы ҡуйылған. Кисәлә «Хушығыҙ, хыялдарым», «Ул ҡайтты» спектаклдәренән өҙөктәр күрһәтелде, Илһөйәр Ғәзетдинова, Минзәлә Хәйруллина. Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров һәм башҡа актерҙар башҡарыуында шиғырҙар, шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар, шул иҫәптән легендар актерҙар Нурия Ирсаева һәм Фидан Ғафаров башҡарыуында күренекле Заһир һәм Ғәлиә дуэты яңғыраны. Ҙур экранда шағирҙың һәм драматургтың альбомынан фотолар, телевидение архивынан уның ҡатнашлығында кадрҙар тәҡдим ителде.
Театрлаштырылған музыкаль тамашала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Өфө «Нур» дәүләт татар театры артистары ҡатнашты. Сарала шулай уҡ Тәтешле районының һәүәҫкәр артистары сығыш яһаны. 2017 йылда Әнғәм Атнабев исемендәге премия лауреаты – «Илһам» халыҡ театры режиссеры Фәрит Йыһангировтың сығышы иң сағыуы булды. Ул Атнабаевтың «Яралы гармун» поэмаһынан өҙөктө башҡарҙы.
Кисәнең режиссеры Хөрмәтулла Үтәшев бәләкәй сәхнә әҫәре әҙерләгәйне. Унда тамашасылар алдына яҙыусының бөтә ҙур ғаиләһе килеп баҫты. Төп геройҙар – шағир үҙе (Руслан Хайсаров), уның әсәһе (Илһөйәр Ғәзетдинова), апаһы – Башҡорт драма театры актрисаһы Зинира Атнабаева (Милена Сираева).
Кисәне Римма Ҡаһарманова һәм Руслан Хайсаров алып барҙы. Ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы һәм Тәтешле районы хакимиәте.
http://www.bashinform.ru/news/1121892-90-letie-angama-atnabaeva-v-ufe-na-vechere-pamyati-prolistali-stranitsy-tvorchestva-narodnogo-poeta-/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика