17:23 (UTC+5), 27 Февраль 2018

Өфөлә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» конкурсында иң сағыу һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар бүләкләнә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә II «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» республика конкурсы йомғаҡ яһай. Бүләкләү тантанаһы 5 мартта Профсоюздар йортонда уҙа. Финал алдынан ойоштороусылар — Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте матбуғат конференцияһында сараның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Конкурсҡа бөтәһе 200-ҙән ашыу ғариза килгән. «Ҡатын-ҡыҙ — мәҙәниәт», «ҡатын-ҡыҙ — әсәй», «ҡатын-ҡыҙ — лидер», «ҡатын-ҡыҙ — ғалимә», «ҡатын-ҡыҙ — уҡытыусы», «ҡатын-ҡыҙ — бизнес-леди», «ҡатын-ҡыҙ — һөнәр оҫтаһы», «ҡатын-ҡыҙ — йыл үрнәге», «өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ», «иң йәш йәмәғәт эшмәкәре» номинациялары бар. Конкурсты «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Профсоюздар федерацияһы, Татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Мари ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, Халыҡтар дуҫлығы йорто хуплап сыҡҡан.
«Кисә жюри ағзаларының ултырышы уҙҙы. Иң яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән булманы, лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар — ғаилә усағын һаҡлаусылар, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар байтаҡ», — тип билдәләне Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.
Спикер һүҙҙәренсә, дәғүәселәр араһында төрлө милләт вәкилдәре, күп балалы әсәләр, Башҡортостандан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан һәм хатта Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡатын-ҡыҙҙар бар. Ҡатнашыусылар араһында — ғалимәләр Розалиә Солтангәрәева, Фирҙәүес Хисаметдинова, Вилә Баймырҙина, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева, яҙыусы һәм журналист Гөлфиә Янбаева, журналист һәм википедиясы Зәйтүнә Ниғмәтйәнова кеүек республикала билдәле шәхестәр.
«Берҙәм Рәсәй» партияһы «ҡатын-ҡыҙ — лидер» номинацияһын булдырҙы. Йәмғиәтте туплау өсөн улар бөгөн ныҡ кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙың социаль статусын күтәреү хәҙерге йәмғиәттә бик мөһим», — тине рәйес урынбаҫары Гөлнара Кирәева.
Еңеүсе ҡатын-ҡыҙҙар «Ювелирцентр» һәм «Милләт байлығы» предприятиеларынан көмөш биҙәүестәр менән бүләкләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1122056-v-ufe-na-konkurse-zhenshchina-mat-natsii-budut-chestvovat-samykh-yarkikh-i-aktivnykh-zhenshchin-/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика