09:41 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығына ижади оҫтаханалар һәм фестивалдәр ойошторола

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллығы уңайынан бер нисә ижади проект әҙерләнә.
Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры Алһыу Хәсбиуллина хәбәр итеүенсә, ижади оҫтаханалар уҙғарыу һәм уҡыу йортоноң тарихы тураһында мәҡәләләр йыйынтығын баҫтырыу, «XXI быуатта фән сәнғәт тураһында» йәштәр фәнни-мәғариф форумы ҡаралған. Башҡорт традицион музыкаһын башҡарыусылар фестивале барлыҡ республика музыканттарын Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында көтә.
Шулай уҡ «MATUR DESIGN MALL» күргәҙмәһе барышында «Заманса социомәҙәни киңлектә дизайн һәм архитектура» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Йомғаҡтар буйынса конференция материалдарынан каталог-йыйынтыҡ баҫтырыу күҙаллана.
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты 1968 йылда асылған. Композитор, СССР-ҙың халыҡ артисы, тәүге ректор Заһир Исмәғилев уны ойоштороуға ҙур өлөш индергән. Хәҙер уҡыу йорто уның исемен йөрөтә. Өфө дәүләт сәнғәт институты — республикала музыка, театр, хореография һәм һынлы сәнғәт өлкәләрендә профессиональ кадрҙар әҙерләгән берҙән-бер күп йүнәлешле юғары уҡыу йорто. Дүрт факультетта уҡытыусылар музыканттар, йырсылар, рәссамдар, актерҙар, режиссерҙар һәм башҡа ижади һөнәр вәкилдәрен әҙерләп сығара.
http://www.bashinform.ru/news/1122002-k-50-letiyu-ufimskogo-gosudarstvennogo-instituta-iskusstv-organizuyut-tvorcheskie-masterskie-i-festi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика