05:30 (UTC+5), 26 Февраля 2018

Краснодарҙа яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы

Мәхмүт Сәлимов
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 23 февралдә, Ватанды һаҡлаусылар көнөндә, Краснодарҙа Мәхмүт Сәлимовтың китабының исем туйы уҙҙы. «Ағиҙел-К» башҡорт милли үҙәге» Краснодар крайы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Әүхәт Мусин яҙыусының ижади осрашыуын үткәрергә саҡырҙы.
Осрашыу осраҡлы ғына 23 февралдә ойошторолманы: полковник – хәрби хәрәкәттәр ветераны, Ҡораллы көстәрҙә 23 хеҙмәт иткән. Үҙ әҫәрҙәрендә Мәхмүт Сәлимов башҡорт халҡының аҙ билдәле хәрби тарих биттәрен асып һала, хәрби офицер көндәре хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлаша. Улар аша башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше, йолалары һәм мәҙәниәте хаҡында күп нәмә белергә була. Риүәйәттәр һәм легендаларҙы ул ысын тарихи факттар һәм ваҡиғалар менән тулыландыра. Мәхмүт Сәлимов хикәйәләре тураһында һөйләне, ижади пландары менән уртаҡлашты һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы буйынса автоуҙышҡа арналған фильмды күрһәтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, автоуҙыш 2017 йылда үтте, акция легендар Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың 75 йыллығына һәм Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығына арналғайны.
Яҙыусы менән осрашыуға Төньяҡ-Кавказ хәрби округында хеҙмәт иткән яҡташ-офицерҙар: Полковник Әхмәҙи Сөләймәнов, икенсе ранг капитандары Марс Ғаббасов һәм Салауат Шайморатов һәм башҡалар килде. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрамда бөтәһе 50-ләгән кеше булды.
http://www.bashinform.ru/news/1121384-v-krasnodare-proshla-prezentatsiya-knigi-pisatelya-makhmuta-salimova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика