10:53 (UTC+5), 26 Февраль 2018

Өфөлә 12 ҡыҙ «Һылыуҡай – 2018» конкурсының финалына үтте

Айбулат Аҡбутин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөлә «Һылыуҡай – 2018» республика конкурсының финалсылары билдәләнде. Һайлап алыу турында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килгән ҡыҙҙар ҡатнашты, ләкин 12 сибәр генә финалға сыҡты.
Йола буйынса, ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырҙы, һәләттәрен күрһәтте һәм подиумдан йөрөнө.
«Һылыуҡай – 2018» тажына дәғүә иткән ҡыҙҙар әҙәби телде белергә, тәбиғи матурлыҡҡа һәм мөләйемлеккә эйә булырға тейеш», — тип асыҡлыҡ индерҙе ойоштороусылар.
Наҙгөл Әйүпова (Ейәнсура районы), Зилә Ғатауллина (Ҡыйғы районы), Эльвина Ғәзизуллина (Бишбүләк районы), Розалина Ғисмәтуллина (Көйөргәҙе районы), Азалия Заһитова (Мәскәү), Гүзәлиә Ишмөхәмәтова (Өфө), Әлфинә Кашапова (Әлшәй районы), Зөһрә Муллағәлина (Өфө), Гөлсиә Нәҙершина (Бөрйән районы), Гөлдәр Смакова (Ауырғазы районы), Аделия Фәйзуллина (Өфө), Илзирә Әсмәндиәрова (Балаҡатай районы) республика матурлыҡ конкурсының финалына үтте.
Әле ҡатнашыусылар финал концертына әҙерләнә, роликтарҙа төшә, кейем-һалым һәм бейеү номерҙарын күрһәтергә йыйына, сәхнә телмәрен камиллаштыра.
Финал 23 мартта «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1121001-v-ufe-12-krasavits-proshli-v-final-konkursa-khylyukay-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика