12:15 (UTC+5), 26 Февраля 2018

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә төбәк-ара башҡарыусылар конкурсы үтә

Фирүзә Ибәтуллинаның шәхси архивынан
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә» төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсын үткәреү күҙаллана. Конкурстың исемендә – йырсының популяр йырҙарының береһе.
Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы иҫтәлегенә конкурс проектын йырсының бер туған һеңлеһе, Тәтешле районында йәшәүсе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Ул 30 майҙа – легендар йырсының тыуған көнөндә Хәниә Фәрхиҙең Хәтер кисәһен үткәрергә күҙаллай.
Ойоштороусы һүҙҙәренсә, Татар дәүләт филармонияһында күҙалланған сарала эстрада йондоҙҙары Салауат Фәтхетдинов һәм Радик Юльяҡшин ҡатнашырға вәғәҙәләй.
Хәниә Фәрхи 2017 йылдың 27 июлендә 57 йәшендә тыуған төйәгендә Тәтешле районында бик иртә китеп барҙы, ул Ҡазанда ерләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1121493-v-bashkirii-proydet-mezhregionalnyy-konkurs-ispolniteley-pamyati-khanii-farkhi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика