12:24 (UTC+5), 26 Февраля 2018

Башҡорт ҡурайы Юрий Башметтың Ҡышҡы халыҡ-ара сәнғәт фестивале тамашасыларын әсир итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған башҡорт ҡурайсыһы Роберт Юлдашев Рәсәйҙең музыкаль тормошондағы әһәмиәтле сараларҙың береһендә — Сочиҙа XI Ҡышҡы сәнғәт фестивалендә сығыш яһаны. Фестивалдең ижади директоры — Юрий Башмет.
Ҡышҡы сәнғәт фестивале Ҡара диңгеҙ буйында 11-се тапҡыр уҙғарыла. Унда донъя йондоҙҙары, бик күп туристар, матбуғат вәкилдәре йыйыла.
«Бында Рәсәй һәм донъя мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлештәре билдәләнә, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына музыкант һәм продюсер Булат Әминев. — Быйылғы сара донъя музыка мәҙәниәтен үҫтереү йүнәлештәре күберәк тамырҙарға, халыҡ көйҙәрен һәм уйын ҡоралдарын файҙаланыуға ҡайтып ҡалыуын күрһәтте. Заманса музыка менән бергә World music тип аталған яңы күренеш барлыҡҡа килә».
Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө — World music йүнәлешенең сағыу вәкилдәре, донъя сәхнәләрендә Башҡортостан исеменән сығыш яһай, башҡорт музыкаһын һәм ҡурайҙы пропагандалай.
«Ошо сараға китеп барғанда фестивалдең кимәлен бик үк аңлап етмәй инем. Фестивалдә донъяла танылыу яулаған йондоҙҙар ҡатнаша, улар менән бер сәхнәлә сығыш яһау — ҙур бәхет! Маэстро Юрий Башмет етәкселегендә Рәсәйҙең көслө оркестрҙары менән уйнау бик тулҡынландырғыс булды. Ҡурайҙы тыңлаусыларҙың артыуына бик шатмын! Ул үҙенә үҙе юл яра, ә мин уға тотоноп, ошо юлдан барам кеүек тойола», — тине Роберт Юлдашев.
http://www.bashinform.ru/news/1121539-bashkirskiy-kuray-pokoril-zriteley-zimnego-mezhdunarodnogo-festivalya-iskusstv-yuriya-bashmeta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика