07:25 (UTC+5), 21 Февраля 2018

Республикала мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға хәйриә аҡса йыйыу иғлан ителгән

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға хәйриә аҡса йыйыу иғлан ителгән. Акция инициаторы – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ҡарамағында Республика биләмәһендә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса йәмәғәт советы.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, хәйриә финанс саралар «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары (тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары) тураһында»ғы федераль законға ярашлы төбәк тәғәйенләнешендәге мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға һәм тейешенсә ҡарауға йүнәлтелә. Физик һәм юридик шәхестәр хәйриә ярҙамы күләмен үҙаллы билдәләй.
Хәйриә аҡсаны ғилми-проект документтарын әҙерләүгә, дәүләт тарихи-мәҙәни экспертиза уҙғарыуға, проект-смета документтарын эшләүгә, йүнәтеүгә, реставрациялауға, консервациялауға һәм заманса ҡулланыу өсөн ҡулайлаштырыуға тотоноласаҡ.
Хәйриә аҡсалары менән файҙаланыуға йүнәлтеү ҡарарын Йәмәғәт советы ҡабул итә. Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса сараларға хәйриә аҡса күсереү өсөн реквизиттар – ведомство сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1120148-v-bashkirii-obyavlen-sbor-blagotvoritelnykh-sredstv-na-sokhranenie-obektov-kulturnogo-naslediya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика