10:28 (UTC+5), 20 Февраля 2018

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең концерты уҙҙы

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең быйылғы тәүге концерты «Башҡортостан — тыуған төйәгем» тигән исем аҫтында үтте. Үҙәк теүәл өс йыл элек Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге эргәһендә ойошторолғайны. Етәксеһе — Гөлсинә Батыршина. Өс йыл эсендә ул бәләкәй генә түңәрәктән ижади берләшмәгә әүерелде, бөгөн унда тиҫтәнән ашыу үҙешмәкәр коллектив уңышлы эшләй, улар илебеҙҙең баш ҡалаһында ойошторолған барлыҡ фестивалдәрҙә һәм байрамдарҙа республика исеменән сығыш яһай. Концертҡа Мәскәүҙә, Германияла, Японияла, Санкт-Петербургта йәшәгән яҡташтарыбыҙ килгәйне. Төркиәнән, Ирандан, Ҡалмыҡстандан, башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән ҡунаҡтар булды.
«Аҡ тирмә» үҙәгенең төп бурысы — мегаполиста башҡорт фольклорын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлау һәм популярлаштырыу, тыуған яғынан, Башҡортостандан ситтә йәшәгән һәм балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә «тыуған төйәк» тигән тойғоно һеңдерергә тырышҡан яҡташтарҙы туплау.
«Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәгендә «Аҡ тирмә» фольклор ансамбле, «Аманат» халыҡ уйын ҡоралдары ансамбле, «Ләйсән» вокаль фольклор ансамбле, «Шоңҡар» халыҡ һәм эстрада бейеүҙәре ансамбле, «Илһам» театр студияһы, «Ағиҙел» һынлы сәнғәт студияһы, «Гөлнәзирә» бейеү коллективы, «Ҡомартҡы» этноклубы, «Бүләк» йыр коллективы, «Элит» квартеты, йыр, ҡурай һәм ҡумыҙ түңәрәктәре бар. Үҙәк ҡарамағында башҡорт телен өйрәнеү курстары асылған.
Үҙәккә өс йыл тулыуға арналған отчет концертында халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, башҡорт балын һатыу, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо, холда — халыҡ бейеүҙәре. Концертта махсус ҡунаҡтар — «Заман» этно-төркөмө, Өфөнән Илнур Ҡәләмов, Ирек Ноғоманов, Айҙар Хәмзин, Зөлфиә Бирҙеғолова, Учалы йырсыһы Илдар Ямалов, Ирандың «Мехрабанан» милләт-ара вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1119507-v-moskve-proshel-kontsert-bashkirskogo-kulturnogo-tsentra-ak-tirma/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика