15:30 (UTC+5), 19 Февраль 2018

Өфөлә «Алһыу ҡаплан» джаз фестивале хедлайнерҙары билдәле булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 6-8 апрелдә «Алһыу ҡаплан» XXII халыҡ-ара джаз фестивале үтә. Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөгә бөтә донъянан музыканттар йыйыласаҡ, шул иҫәптән күренекле Рәсәй джазмены Игорь Бутман киләсәк.
Фестивалдең беренсе көнөндә джаз-вокалсы Людмила Сваровская, гитарасы Никита Болдырев һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы Биг-бэнды сығыш яһаясаҡ. Көн хедлайнеры – Американан танылған джаз борғосоһо Джон Маршалл.
Икенсе көн хэдлайнерҙары – Италиянан күренекле джазмендар Грета Панеттьери (вокал) һәм Андреа Саммартино (фортепиано).
Фестивалдең һуңғы көнөндә Рәсәйҙең күренекле джазмены – саксофонда, пианинола уйнайсы, бэнд-лидер, композитор, продюсер, джаз фестивалдәре ойоштороусыһы һәм Butman Music Рәсәй-Америка джаз лейблы хужаһы Рәсәйҙең халыҡ артисы Игорь Бутмандың сығышы көтөлә.
Фестивалдең художество етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Олег Ҡасимов.
http://www.bashinform.ru/news/1119042-v-ufe-opredelilis-khedlaynery-dzhazovogo-festivalya-rozovaya-pantera/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика