12:53 (UTC+5), 19 Февраля 2018

Өфөгә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы Гүзәл Яхина килә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы авторы үҙенең романы буйынса ҡуйылған спектаклде ҡарарға һәм китап уҡыусылар менән аралашырға ниәтләй. Гүзәл Яхина баш ҡалабыҙға 27 февралдә бер генә көнгә килә.
Рәсәйҙә танылған авторҙың сәфәре көндөҙгө сәғәт 2-се яртыла «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында матбуғат конференцияһынан башлана. Һуңынан Өфөгә икенсе тапҡыр килгән Гүзәл Яхинаны ҡала менән таныштырыу күҙаллана.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала республика яҙыусылары менән ижади осрашыу ҡаралған. Китапханала Гүзәл Яхинаның ике йыл эсендә донъяның бер нисә телендә донъя күргән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһы күргәҙмәһен ҡарарға мөмкин.
Киске 7-се яртыла Башҡорт драма театрында Гүзәл Яхина менән аралашырға, автограф алырға була. «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен ҡарағандан һуң (инсценировка авторы - Ярослав Пулинович, режиссеры - Айрат Абушахманов) актерҙар һәм ижади төркөм менән тамаша хаҡында фекер алышыу ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1119129-v-ufe-avtor-knigi-zuleykha-otkryvaet-glaza-guzel-yakhina-posmotrit-spektakl-i-poobshchaetsya-s-chita/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика