07:00 (UTC+5), 19 Февраля 2018

Башҡортостан әҙәбиәтселәре Рәсәй Яҙыусылар союзының эшсе органдарына инде

Камил Йыһаншин тәҡдим иткән фотолар
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Үҙәк әҙәбиәтселәр йортоноң ҙур залында, илдең алдынғы ижади ойошманың 60 йыллығында, Рәсәй Яҙыусылар союзының 15-се съезы үтте. Съезд эшендә Рәсәй Президенты советнигы Владимир Толстой, Ҡытай, Италия, Франция, Вьетнам, Сүриә, Палестина, Белоруссия делегациялары ҡатнашты. Был сарала республиканан өс делегат: Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, күренекле яҙыусы һәм сәйәхәтсе Камил Йыһаншин, йәш шағир, «Шоңҡар» журналының өлкән мөхәррире Рәшит Зәйнуллин булды. Рәсәйҙең йәш яҙыусылары кәңәшмәһендә 60 делегат араһында Башҡортостандан «Бельские просторы» журналының баш мөхәррире урынбаҫары Светлана Чураева ҡатнашты. Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса уның ҡарары менән Рәсәйҙең Йәш яҙыусылар союзы ойошторолдо.
Биш йыл дауамында башҡарылған эштәр тураһында отчет биргәндән һуң, Валерий Ганичев сәләмәтлек торошо буйынса Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһынан бушатыуҙы һораны һәм яңы Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесен һайланылар. Ике дәғүәсе тәҡдим ителде. Күренекле хәрби яҙыусы Николай Иванов күпселек тауыш йыйҙы (132 – 32-гә ҡаршы). Икенсе кандидат – яҙыусы, Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Шаргунов Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйестәшенең береһе итеп һайланды.
Союздың етәкселек органдарына һайлауҙар үтте. Башҡортостандан ике вәкил уның секретарҙары итеп һайланды. Ул – Рәсәй Яҙыусылар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Зәки Әлибаев һәм рус телле яҙыусылар берләшмәһе етәксеһе Светлана Чураева.
Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Камил Йыһаншинды ҡабул иттеләр.
http://www.bashinform.ru/news/1118892-literatory-bashkirii-voshli-v-sostav-rabochikh-organov-soyuza-pisateley-rossii/
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика