08:30 (UTC+5), 16 Февраля 2018

Республикала Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла. Ошо хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның 2017 йылғы йомғаҡтары һәм 2018 йылға пландары буйынса киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙе.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы Ғаилә йылын уҙғарыу менән бәйле ғаилә мәҙәни үҙәктәрен булдырыу буйынса яңы проект әҙерләгән. Уның маҡсаты – ауылда мәҙәни-ял, мәғариф, мәғрифәтселек, спорт-сәләмәтләндереү, күңел асыу, IT-технологиялар менән мәғлүмәти кеүек төрлө эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ғаилә һәм әхлаҡи ҡиммәттәргә, ғаилә тормошоноң традицион мәҙәниәтенә һәм ғаиләлә балаға тәрбиә биреүгә ярҙам итеүгә һәм тергеҙеүгә йүнәлтелгән ғаиләләрҙең уртаҡ мәҙәни, ял итеү һәм мәғариф эшмәкәрлеге аша мәҙәниәт учреждениеларының һәм ғаиләләрҙең хеҙмәттәшлеге өсөн шарттар булдырыу.
Ғаилә йолаларын, халыҡтың социаль әүҙемлеген һәм ижади потенциалын үҫтереү, ял программаларын әҙерләү һәм төрлө-төрлө ғаилә ялы формаларын ойоштороу, балаларға һәм ата-әсәләргә үҙ-үҙен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу мәҙәни үҙәктәрҙең төп бурысы булып тора.
Мәҙәни ғаилә үҙәгендә заманса махсус ҡорамалдар, техник саралар, музыка ҡоралдары, интерактив экрандар, витриналар, шулай уҡ тауыш яҙҙырыу, видеофильмдар, методик ҡулланма, сценарий, китапхана фондттары (китаптар, матбуғат баҫмалары, электрон баҫмалар, аудиокүрһәтмә материалдары) булырға тейеш.
«Республикала бындай тәжрибә бар. 2014 йылдан ауыл клубтары нигеҙендә «Йомғаҡ» күп функциялы мәҙәни үҙәктәр асыу проектын ғәмәлгә ашырабыҙ. Был төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһыныулы кешеләрҙе генә түгел, төрлө физик мөмкинлектәре булғандарҙы ла берләштергән заманса ауыл мәҙәниәт усағы. Ваҡыт күрһәтте, халыҡ яңыртылған мәҙәниәт учреждениеларына мохтажлыҡ кисерә. Шуға был учреждениеларҙың эшен бөтә ғаилә ағзалары өсөн ял ойоштороуға ла йүнәлтергә кәрәк», — тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Министр коллегияға йыйылған район һәм ҡала вәкилдәренән ғаилә ялын ойоштороуға, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе аһәңләштереүгә йүнәлтелгән сара үҙәктәре эшмәкәрлеген көсәйтеүҙе һораны.
http://www.bashinform.ru/news/1118103-v-bashkirii-poyavyatsya-kulturnye-semeynye-tsentry-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика