Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
16 Февраль 2018, 09:30
Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» өсөнсө республика фестивале үтә
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1-3 мартта Өфөлә «Башҡортостандың йәш киноһы» өсөнсө республика фестивале үтә. Был турала Башҡортостан Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге етәксеһе Гөлфиә Шәрипова хәбәр итте.
Фестиваль сиктәрендә Өфөнөң йәш кинематографистарының яңы картиналары күрһәтеләсәк, шулай уҡ «SKEY-FILM» кинокомпанияһы президенты, Рәсәй Кинопродюсерҙар гильдияһы ағзаһы Саркис Шакарян продюсерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе уҙғарасаҡ.
Программала «Родина» кинотеатрында «Мине дауалаусы дошман» (реж. Фәрзәнә Үтәрбаева), «Ҡәһүә һәм танышыу» (реж. Илназ Мостафин), «Перфоманс» (реж. Александр Марьин), «Ҡунаҡ» (реж. Руслан Тавабилов), «Йәшә, һалдат, йәшә» (реж. Кирстен Гайнет), «Ләйсән. Яҙғы ямғыр» (реж. Гөлназ Айытбаева) фильмдарын күрһәтеү күҙалланған.
Сараның ойоштороусылары: Башҡортостан Кинематографистар союзы һәм республиканың Кинематографистар союзының Йәштәр үҙәге.
http://www.bashinform.ru/news/1117620-v-ufe-sostoitsya-tretiy-respublikanskiy-festival-molodoe-kino-bashkortostana/
Автор:
Ләйлә Аралбаева
Теги:
кино
кинофестиваль
Читайте нас: