Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.58
-0.11
103.38
+0.13
74.72
-0.16
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Февраль 2018, 10:10

Өфөлә бөйөк рус йырсыһы Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 145 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Баш ҡалала Өфө сәнғәт институты янында бөйөк рус йырсыһы Фёдор Шаляпинға ҡуйылған һәйкәлгә сәскә һалдылар. Нәҡ ошонда, шул саҡтағы Дворяндар йортонда, йәш артист тәүгә опера башҡарған. Кисә уның тыуыуына 145 йыл тулды.
Өфөнөң Ленин урамында иртәнән алып Шаляпиндың тауышы ишетелде. Тантаналы сараны балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре асты. Улар йырсыға бағышланғын шиғырҙарҙы һөйләне.
«Шаляпиндың исеме илебеҙҙә етерлек мәңгеләштерелгән, шуға ҡарамаҫтан, был исем алдында бурысыбыҙ күп әле. Сәнғәтебеҙ был генийға тулыһынса хөрмәт күрһәтмәгән әле: Шаляпинға арналған ҡыҙыҡлы нәфис фильмдар, спектаклдәр юҡ. Бөтә ерҙә лә уның турала иҫтәлек мәңгеләштерелмәгән әле, былар барыһы ла алда – Шаляпиндың киләсәге икһеҙ-сикһеҙ», — тип билдәләне Шаляпин үҙәгенең Өфө бүлексәһе рәйесе Елена Замрий.
Өфөлә Фёдор Шаляпиндың тыуыуына 145 йыл тулыуға арналған иҫтәлекле сараларҙа Рәсәй Шаляпин үҙәге вәкиле, режиссер-документалист Вера Федорченко ҡатнашты. Уның Фёдор Шаляпин тураһында «Рәсәй төштәремә һирәк инә» фильмын Өфөлә 2013 йылда Шаляпиндың 140 йыллығын байрам иткәндә күрһәттеләр. Байрамдың хөрмәтле ҡунағы иҫтәлекле саралар Ҡазанда, Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә һәм бөтә донъя ҡаларында барғанын хәбәр итте.
«Мин Фёдор Ивановичтың ҡыҙы «Өфө — Шаляпиндың ижад бишеге» тигән ҡаланы бик яратам. Бында Шаляпин үҙәге ойошторған ғәйәт ҙур энтузиаст Галина Бельская ошо иҫ киткес ғәжәп Өфө ҡалаһында Шаляпин музейы булыры һәм ул ҡарарға килеүселәрҙе нәҡ Өфөнән бөтә донъя илдәренә уның талант ҡояшының нурҙары һибелгән карта менән ҡаршылауы тураһында хыялланды», — тине Вера Федорченко.
Башҡорт опера һәм балет театры йырсыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Асҡаров үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
«Мин уҡыған элекке сәнғәт училищеһы бинаһында йырсыға мемориаль таҡтаташ асыуға уның ҡыҙы Ирина Фёдоровна Шаляпина килде һәм шунда Өфөлә атаһын хәтерләүҙәренә һәм хөрмәтләүҙәренә бик бәхетле булыуын һөйләне, — тип уртаҡлашты артист. — Бөтә ғүмерем ошо бөйөк исем менән бәйле: Федор Иванович йырлаған бинала вокалға һәм йырға өйрәнә башланым, бөйөк йырсының тыуған төйәгендә Ҡазанда консерваторияла уҡыным һәм үҙ ваҡытында Шаляпин һәм Горькийҙың башланғысы буйынса төҙөлгән бинала, Түбәнге Новгород театрында бер нисә йыл эшләнем».
Республикала йыл дауамында тағы бик күп ҡыҙыҡлы саралар күҙалланған, тип хәбәр итте Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдразаҡов. Сентябрҙә «Өфөлә Шаляпин кисәләре» опера сәнғәте фестивале, мәғариф учреждениеларында бер төркөм саралар, Опера һәм балет театрында концерт үтәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1116369-v-ufe-otmechayut-145-letie-velikogo-russkogo-pevtsa-fyedora-shalyapina-/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: