10:28 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Артистың 100 йыллығына: Хашим Мостаев башҡорт бейеүселәренә Европаға юл асты

Олег Яровиков һәм автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хашим Мостаев башҡорт бейеүселәреннә Европаға юл асты. «Рәсәй» медиаүҙәгендә Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветерандары ошо хаҡта белдерҙе. Матбуғат конференцияһы күренекле артист һәм балетмейстер Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды.
«Беҙҙең тәүге сәйәхәтебеҙ 1973 йылда Италияға булды, һуңынан Италия, Испания һәм башҡа илдәр. Шунан һуң коллектив күтәрелеп китте. Франциянан һуң беҙ шунда уҡ Мәскәүгә иң яҡшы коллективтар сығыш яһаған «Русская зима» фестиваленә саҡырыу алдыҡ», — тип иҫенә төшөрҙө ветерандар.
Хашим Мостаев 1970-1974 йылдарҙа — Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1995-2013 йылдарҙа балетмейстер һәм консультант була. Танылған артистар уның тормошо һәм ижады хаҡында бер туҡтауһыҙ һөйләргә әҙер. Легендаға әйләнгән хәл-ваҡиғаларҙан тыш, ғәскәровсылар Хашим Мостаевтың эшмәкәрлегендәге төп мәлдәрҙе билдәләп үтте.
«1978 йылда барлыҡ дәүләт ансамблдәре конкурсында беренсе урынды яуланыҡ, ә ул һалған «Ҡумыҙ менән бейеү» стилләштерелгән иң яҡшы халыҡ бейеүе өсөн махсус призға лайыҡ булды. Ә конкурстың рәйесе легендар Моисеев ине», — ти Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Әбсатарова.
Хашим Мостаевтың бер быуатлыҡ юбилейына бағышланған йыл данлыҡлы коллективтың уның тыуған төйәгендә, Кушнаренко районы Ҡаҙарма ауылында, сығыш яһауынан башланды, тип хәбәр итте баш балетмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Риф Ғәбитов. Йыл дауамында юбилейлы дата уңайынан байтаҡ саралар уҙғарыу ҡаралған, ансамбль репертуарында Хашим Мостаев ҡуйған композициялар тергеҙелгән, ҙур Хәтер кисәһен 3 декабрҙә үткәреү күҙаллана.
Осрашыу барышында Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль музейында Хашим Мостаевҡа арналған мөйөш булдырыу идеяһы тикшерелде. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов һүҙҙәренсә, балетмейстер иҫән саҡта уҡ скульптор Хәниф Хәбибрахманов уның һынын яһаған, ошо бюст та музей экспонаттары араһында үҙ урынын таба алыр ине.
Хашим Мостаев (1918-2015) — балет артисы, педагог-балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты, профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ленинград хореография училищеһын тамамлаған, С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында эшләгән.
Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Ҡумыҙ менән бейеү», «Ирәндек», «Азамат», «Бөрйән ҡыҙҙары», «Сәскә атыусы ҡурай», «Башҡорт вальсы» һәм башҡа бейеүҙәр ҡуйған.
http://www.bashinform.ru/news/1116394-k-100-letiyu-artista-khashim-mustaev-otkryl-bashkirskim-tantsovshchikam-okno-v-evropu/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика