11:02 (UTC+5), 13 Февраля 2018

Башҡортостанда бард йыры балалар телевизион конкурсы башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ҡош юлы» йәштәр хәрәкәте һәм «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы «Ҡош Юлы. Балалар» башҡорт бард йыры яңы телевизион конкурсы өҫтөндә эшләй.
Ошо көндәрҙә проекттың тәүге сығарылыштары төшөрөлдө. Ете остаз: Артур Кәбиров, Минзәлә Яхина, Тимур Ямалов, Альбина Шәмсетдинова, Ришат Сөләймәнов, Ринат Абдулов һәм Тимур Йосопов социаль селтәрҙә һайлап алыу турын үткән балаларҙан үҙ командаһын төҙөнө. Проектты алып барыусы билдәле музыкант Илшат Абдуллин остаздарға түҙемлек теләп, балаларҙың күңел ҡылдарына ҡағылыу — ете ҡыллы гитарала уйнауға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ һәм яуаплыраҡ тип, шаяртыу ҡатыш иҫкәртеү яһаны.
«Балаларҙы хәрәкәтебеҙгә йәлеп итеү идеяһы уҙған йылдың яҙында, М. Кәрим исемендәге 158-се гимназияның концертынан һуң, директор Гөлназ Әхмәҙиева, балалар өсөн «Ҡош Юлы» проектын эшләргә теләгегеҙ юҡмы тип һорағас, барлыҡҡа килде, — тине «Ҡош Юлы» хәрәкәте етәксеһе Тимур Йосопов. — Проектты «Тамыр» телеканалы менән бергә эшләү идеяһы тыуҙы. Остазыбыҙ Азамат Юлдашбаев менән кәңәшләштем, ул хупланы. Бер нисә көндән «Тамыр»ҙа Гөлназ Ҡолһарина менән осрашып һөйләштек, яҡлау таптыҡ. Шулай башланып китте лә инде... «Тамыр» һәм «Ҡош юлы» командалары тығыҙ эшләй һәм ижад итә башланы!»
«Ошондай дәррәү һәм һәләтле йәмәғәтселәрҙе күргәнем юҡ ине, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Артур Батыршин матур логотип эшләгән, балалар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шәп видеороликтар төшөргән. «Самрау» нәшриәте балалар өсөн футболкалар әҙерләгән. Билдәле фоторәссам Эдуард Дилмөхәмәтов та ҡушылды. Проекттың режиссеры — Ләйсән Мәзитова. Минеңсә, балалар араһында башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән заманса проект килеп сыҡты».
Ете остаз һәм 16 үҫмер бард алышына әҙерләнә башлаған да инде. Башҡортостан юлдаш телеканалында проект 2 мартта — «Тамыр»ҙың тыуған көнөндә башлана».
http://www.bashinform.ru/news/1116047-v-bashkortostane-startuet-detskiy-televizionnyy-konkurs-bardovskoy-pesni/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика