16:56 (UTC+5), 12 Февраль 2018

Башҡортостанда йырсыларҙың Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы уҙа

Яңауыл районы хакимиәте сайты
Яңауыл районы хакимиәте сайты
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда йырсыларҙың Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәев исемендәге асыҡ конкурсы уҙа. Сара 23 мартта күренекле артистың тыуған төйәгендә — Яңауылда ойошторола. Яңауыл районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2018 йылда конкурс республика статусын алды.
Бәйгенең гран-прийы 100 мең һум тәшкил итә (профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыу номинацияларында 50-шәр мең). Конкурсҡа өҫтәмә белем биреү (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) учреждениеларында уҡыусылар, музыка һәм сәнғәт училищелары студенттары, юғары уҡыу йорттарының 1-2 курс студенттары, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар саҡырыла. Улар Радик Гәрәев репертуарынан бер йыр һәм халыҡ йырын башҡарырға тейеш.
Тулыраҡ мәғлүмәт — kultura-yanaul.ru сайтында. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (34760) 5-45-74.
Радик Гәрәев (1956-1996) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, бөтә Рәсәй һәм бөтә союз конкурстары лауреаты, «Ҡыҙыл ҡәнәфер» халыҡ-ара фестивалендә Гран-приға лайыҡ була, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты.
http://www.bashinform.ru/news/1115737-v-bashkirii-proydet-otkrytyy-konkurs-vokalistov-imeni-radika-gareeva/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика