09:18 (UTC+5), 12 Февраля 2018

Башҡорт драма театрында билдәле яҡут режиссеры «Урал батыр» эпосын сәхнәләштерә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2018 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә йәнә башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы — «Урал батыр» эпосы сәхнәләштерелә. Театрҙың әҙәбиәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, спектакль республиканың 100 йыллығына һәм театрҙың бер быуатлыҡ юбилейына арналған. Проект республика башлығының 9 миллионлыҡ грантына тормошҡа ашырыла.
Спектаклде танылған режиссер, Рәсәйҙең халыҡ артисы, 24 йыл буйына Саха Республикаһының (Яҡутстан) Мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министрлығын етәкләгән Андрей Борисов ҡуя. Андрей Борисовтың исеме илдең мәҙәни киңлегендә киң билдәле, Яҡутстан, Евразия халыҡтарының сәнғәтен үҫтереү һәм рухи тергеҙеү процесы менән бәйле. Мәскәү, Иркутск, Алтай Республикаһы, Ҡытай һәм Төркиә театрҙарында сәхнәләштергән тамашалары «Алтын битлек» фестивалендә танылыу яуланы. Режиссерҙың ижады олонхо кеүек эпик әҫәрҙәрҙе кәүҙәләндереүгә нигеҙләнгән.
Башҡорт драма театры сәхнәһендә «Урал батыр» спектаклен 2018 йылдың икенсе яртыһында күрергә мөмкин. Рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев.
«Урал батыр» эпосы Башҡортостандың мөһим әҙәби ҡомартҡыларының береһе булып тора. Әҫәрҙе 1910 йылда драматург һәм фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов халыҡ сәсәндәренән яҙып алған. «Урал батыр» боронғо замандарҙың донъяуи ҡараштарын үҙендә туплаған, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, әлегәсә актуаль. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Урал батыр» эпосына икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итә. Тәүге спектаклде 2006 йылда режиссер Рөстәм Хәкимов сәхнәләштергәйне.
http://www.bashinform.ru/news/1115420-v-ufe-glavnyy-epos-bashkir-ural-batyr-postavit-izvestnyy-yakutskiy-rezhisser/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика