06:40 (UTC+5), 09 Февраля 2018

Рушанна Бабич: «Сәнғәт – беҙҙе донъя менән тоташтырған күпер ул»

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рушанна Бабич – Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы. Ул үҙенең тығыҙ графигында «Башинформ» агентлығының мәҙәниәт буйынса күҙәтеү яһаусыһы Ләйлә Аралбаева менән әңгәмәләшергә ваҡыт тапты. Артист ролдәре, эшендә нимәне иң мөһим тип иҫәпләгәне, яңы роль өҫтөндәге эше хаҡында һөйләне.
- «Бик ябай тарих» спектакле – беҙ тамашасы менән һөйләшергә тейеш нәмә ул. Йәштәр театрының төм маҡсаты – ул, тәү сиратта, тамашасыға тәрбиә биреү. Беҙ балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә театрға, сәнғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә, тормошҡа йүнәлеш бирергә, уларҙы фекерләргә өйрәтергә тейеш. Был бик ҙур яуаплылыҡ, сөнки беҙ илебеҙҙең киләсәген тәрбиәләйбеҙ, киләсәктә ватандаштарыбыҙҙың ниндәй булыры беҙҙән тора. Улар белемле, юғары мәҙәниәтле буламы, беҙ уларҙы Ватанды яратырға өйрәтә, уларға ҡимәттәрҙе бирә алырбыҙмы. Үҫеп килгән быуын менән эшләгән театрҙарға дәүләт тарафынан иғтибар булыуы, гранттар бүленеүе бик мөһим. Дәүләт балаларҙы тормош, ил ҡиммәттәренә өйрәтә башлау осороноң мөһимлеген аңлай.
Рушанна Бабич шулай уҡ ниндәй китаптар һәм музыка менән ҡыҙыҡһыныуы, улының нимә менән мауығыуы һәм Константин Хабенскийҙың мәктәп-студияһындағы уҡыусыларын нимәгә өйрәтергә тырышыуы хаҡында уртаҡлашты.
Рушанна Бабич менән интервьюның тулы тексын «Детально» рубрикаһында уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1114772-rushanna-babich-iskusstvo-eto-tot-mostik-kotoryy-soedinyaet-nas-s-mirom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика