04:50 (UTC+5), 09 Февраля 2018

Ольга Голодец 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороу комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнде

Республика халыҡ ижады үҙәге
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 6 февралдә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2020 йылда Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ольга Голодец рәйес итеп тәғәйенләнде. Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединский һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ойоштороу комитеты урынбаҫарҙары булды.
Ойоштороу комитетына фольклориадаға әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса төп саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға кәрәк.
Шулай уҡ ойоштороу комитетына Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан буйынса баш федераль инспекторы Михаил Закомалдин, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡалар инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһы – ғәйәт ҙур халыҡ-ара традицион мәҙәниәт фестивале. Сара дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Бөтә донъя конгресы һәм Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара советы (CIOFF) 2020 йылда фестивалде үткәреү урыны итеп Өфөнө һайланы.
http://www.bashinform.ru/news/1114688-predsedatelem-orgkomiteta-vsemirnoy-folkloriady-2020-v-ufe-naznachena-olga-golodets/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика