15:26 (UTC+5), 09 Февраль 2018

Өфөлә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Ел тыуҙырған моң…» альбомы менән таныштырҙы

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығыны матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығыны матбуғат хеҙмәте
Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Ел тыуҙырған моң…» исемле яңы аудиоальбомы менән таныштырҙы. Унда күренекле башҡорт композиторҙары Нур Дауытов, Илдар Хисаметдинов, Шәүрә Сәғитова, Урал Иҙелбаев эшкәртеүендәге йырҙар һәм башҡорт халыҡ көйҙәре, шулай уҡ Урал Иҙелбаевтың ижад емештәре тупланған. Солистар араһында — Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров, халыҡ-ара һәм бөтөн Рәсәй конкурстары лауреаты Аяз Нухов.
«Йәш композиторҙарҙың оркестр өсөн яҙа башлауҙарын теләйем, ул саҡта һайлап алыу мөмкинлеге лә булыр ине. Коллективҡа 16 йыл тулһа ла, репертуар ярлы, — тип билдәләне Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев. — Барыһы ла симфоник оркестр, рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры өсөн нисек яҙырға кәрәклеген белә, милли оркестр өсөн бөтөнләй белмәй тиерлек».
Оркестр етәксеһе һүҙҙәренсә, коллективта инструменттар — ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, баяндар тулыһынса яңыртылған, ҡурай үҫешә. Яҙма өҫтөндә композиторҙар Урал Иҙелбаев һәм Шәүрә Сәғитова, танылған ҡурайсы, оркестр солисы Артур Ғайсаров, саунд-продюсер Михаил Кузьмичев эшләгән.
«Музыканттар үҙҙәре лә ҙур ярҙам күрһәтте, күптәре нимәнең ниндәй уйын ҡоралында яҡшыраҡ яңғырауы, инструменттарҙың теге йәки был мөмкинлектәрен нисек ҡулланыу тураһында кәңәштәр бирҙе. Ҡайһы бер уйын ҡоралдарын өйҙә өйрәнергә биреп ҡайтарҙылар», — тине Шәүрә Сәғитова.
Әле 500 диск сығарылған, оҙаҡламай музыканы интернетта ла тыңларға мөмкин. Оркестрҙың клибын төшөрөү өҫтөндә лә эш алып барыла, ҡуйыусы операторы — Урал Ғатуллин.
«Концертыбыҙға бер тапҡыр килгән кеше битараф ҡала алмай. Беҙ «Арғымаҡ» төркөмө лидеры Ринат Рамазанов менән күптән этно-рок-хәрәкәтте оркестр менән берләштерергә теләй инек. Хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Киләсәктә оркестр менән «Арғымаҡ» төркөмөн яҙҙырырға уйлайбыҙ», — ти Линар Дәүләтбаев.
Сара Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры һәм «Арғымаҡ» төркөмөнөң концерты менән тамамланды.
http://www.bashinform.ru/news/1114739-v-ufe-natsionalnyy-orkestr-narodnykh-instrumentov-prezentoval-albom-muzyka-rozhdennaya-vetrom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика