07:44 (UTC+5), 07 Февраль 2018

«Рәсәй-1. Башҡортостан» телеканалы «Башҡортса дискотекаға» саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Рәсәй-1. Башҡортостан» телеканалы «Башҡортса дискотекаға» саҡыра. «Башҡортса йондоҙло дискотека» 2 мартта «Өфө уттары» күңел асыу комплексында уҙа.
Сәхнәлә башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары: «Зәйнетдин» этно-проекты, Руслан Шәйхетдинов һәм «Любизар» төркөмө, Рәсүл Ҡарабулатов, Миләүшә Хәйбуллина сығыш яһай. Пульт артында — танылған музыкант Dj Fatikh. Алып барыусылар Фирҙәт Ғәлиев һәм Ғәлимйән Ибәтуллин төрлө үҙенсәлекле конкурстар ойоштора һәм бүләктәр уйната. Милли стилдәге заманса кейемдә килгән кешене төп приз — плазмалы телевизор менән бүләкләү ҡаралған. Шулай уҡ һанлы тапшырыуҙы ҡабул итеү өсөн ун приставка уйнатыу күҙаллана.
«Беҙ бынан алда ла ошондай саралар ойоштора инек. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, шуға күрә башҡорт дискотекаларын даими үткәрергә булдыҡ. Барыһы ла башҡорт мәҙәниәтен һәм туған телде популярлаштырыу, һаҡлау өсөн эшләнелә. Өҫтәүенә был дискотека ғына түгел, ә үҙенсәлекле шоу ҙа: конкурстар, һыйланыуҙар, популяр башҡорт төркөмдәре һәм башҡарыусыларының концерты, һәм, әлбиттә, дәртле заманса микстар», — тип һөйләне «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе Вилдан Ғәлин.
Көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙа «Рәсәй-1. Башҡортостан» телеканалының «Хәйерле иртә, республика!» тапшырыуында, шулай уҡ «Рәсәй-Башҡортостан радиоһы» һәм «Ватан» интернет-радиостанцияһы эфирында дискотекаға саҡырыу билеттары уйнатыла. Сара киске 9-ҙа башлана. Белешмәләр өсөн телефон: 295-98-73.
http://www.bashinform.ru/news/1113804-telekanal-rossiya-1-bashkortostan-priglashaet-na-bashkirskuyu-diskoteku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика