11:00 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Республикала Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың юбилейҙарына бағышланған әҙәби конкурс иғлан ителде

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың юбилей даталарына арналған әҙәби конкурс иғлан ителде.
Бәйге проза һәм поэзия номинациялары буйынса уҙғарыла. Хикәйә, очерк, эссе, шиғырҙар ҡабул ителә. Быға тиклем конкурсҡа тәҡдим ителмәгән һәм әлегә бер ҡайҙа ла баҫылмаған әҫәрҙәр генә ҡарала. Эштәр псевдоним аҫтында баҫыла. Еңеүсене редакция журналистары, яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәренән торған махсус жюри билдәләй.
Төп бүләк — 50 мең һум, II бүләк — 30 мең һум, ике III бүләк — 20-шәр мең һум. Конкурс 1 февралдән 1 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Тәтешле һәм Дүртөйлө райондары вәкилдәре махсус приздар әҙерләй.
Иң яҡшы әҫәрҙәр йыйынтыҡ булып донъя күрә. Авторҙарға гонорар түләнмәй. Конкурстың положениеһы менән «Өмет» гәзите, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы сайтында, «Бәйләнештә» танышырға мөмкин.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 21 декабрҙә Өфө «Нур» театрында уҙғарыла.
Бәйгене ойоштороусылар: Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы һәм «Өмет» республика гәзите.
Конкурстың маҡсаты — Назар Нәжмиҙең һәм Әнғәм Атнабаевтың әҙәби-ижади мираҫын һаҡлау һәм пропагандалау, һәләтле әҙәбиәтселәрҙең ижади ҡеүәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү, йәштәрҙе туған телгә ылыҡтырыу.
Эштәрҙе электрон вариантта ебәрергә кәрәк. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Редакцияның адресы: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13. Электрон почта: omet-ufa@mail.ru.
http://www.bashinform.ru/news/1113330-v-bashkortostane-obyavlen-literaturnyy-konkurs-posvyashchennyy-yubileyam-nazara-nadzhmi-i-angama-atn/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика