14:46 (UTC+5), 06 Февраль 2018

Өфөлә Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Ел тыуҙырған моң…» дискы менән таныштырыу сараһы була

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 8 февралдә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының «Ел тыуҙырған моң…» дискы менән таныштырыу сараһы була. Дискыла оркестр башҡарыуында ошо уҡ исемле программанан иң яҡшы композициялар тупланған.
Улар — күренекле башҡорт композиторҙары Нур Дауытов, Илдар Хисаметдинов, Шәүрә Сәғитова, Урал Иҙелбаев эшкәртеүендәге йырҙар һәм башҡорт халыҡ көйҙәре, шулай уҡ авторлыҡ эштәре. Солистар араһында Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров, халыҡ-ара һәм бөтөн Рәсәй конкурстары лауреаты Аяз Нухов бар.
«Ел тыуҙырған моң…» проекты республиканың билдәле брендына әүерелде. 2016-2017 йылдарҙа Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө һәм республиканың билдәле солистары ошо программа менән Рәсәйҙең ундан ашыу төбәгендә уңышлы сығыш яһаны. Яңыраҡ программа Вьетнамдың Хошимин ҡалаһындағы Донъя халыҡтары мәҙәниәте күргәҙмәһендә (World Culture Expo 2017) тәҡдим ителде. Ошо ҙур этник музыкаль тамашала ҡурай төп урынды биләй.
Сара Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы булышлығында ойошторола.
http://www.bashinform.ru/news/1113295-v-ufe-sostoitsya-prezentatsiya-diska-muzyka-rozhdennaya-vetrom-natsionalnogo-orkestra-narodnykh-inst/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика