16:27 (UTC+5), 05 Февраля 2018

Башҡортостанда Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына арналған юбилей саралары бара

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда республиканың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең юбилей саралары бара. 3 февралдә шағирҙың тыуған төйәгендә — Дүртөйлө районында бер быуатлыҡ юбилейҙы билдәләү саралары башланды.
Сарала шағирҙың туғандары — ҡыҙы Алһыу, ейәндәре, Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусыларынан торған ҙур делегация ҡатнашты. Өфөнән — Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Рауил Бикбаев, Ноғман Мусин, Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, Хәсән Назар, Ҡазандан яҡташтарыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Татар китап нәшриәте мөхәррире, яҙыусы Ғәлимйән Ғилманов, «Казан утлары» журналының баш мөхәррире Рөстәм Ғәлиуллин килгәйне.
Дүртөйлөләге Назар Нәжми урамында митинг һәм уның һәйкәленә сәскә һалыу ойошторолдо. Яҙыусылар Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһында сығыш яһаны.
Тыуған ауылы Миңештелә шағирҙың ҡәбере янында митинг уҙҙы һәм ҡәбер ташына сәскәләр һалынды. Абруйлы ҡунаҡтар Назар Нәжмиҙең йорт-музейына барҙы, ауыл мәҙәниәт йортонда сығыш яһаны. 100 йыллыҡты билдәләү барышында Н. Нәжми исемендәге район әҙәби конкурсы лауреттары бүләкләнде. Унда олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашҡайны.
Дүртөйлө районындағы юбилей саралары кис көнө район мәҙәниәт йортонда тамамланды. Фойела Башҡортостан «Китап» нәшриәте китаптар күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторҙо. Һайланма әҫәрҙәрҙең яңыраҡ донъя күргән 3-4 томдары тәҡдим ителде.
Йыйылған халыҡты Башҡортостан Хөкүмәте исеменән мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев ҡотланы. Назар Нәжмиҙең ижадын пропагандалаған һәм үҙенең әҫәрҙәре өсөн прозаик һәм драматург Мөҙәрис Мөсифуллин бүләкләнде. Хәтер кисәһендә Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова уҡыуында шиғырҙар һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова, Фән Вәлиәхмәтов, Радик Динәхмәтов һәм башҡа артистар, шулай уҡ район үҙешмәкәрҙәре башҡарыуында йырҙар яңғыраны.
Бөгөн юбилей саралары Өфөлә дауам итә. Сәғәт 5-тә «Родина» кинотеатрында Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Яныуҙан һәм хистән ҡойолған» (режиссеры — Әлфиә Арыҫланова, сценарий авторы — Гәүһәр Батталова) фильмын ҡарарға мөмкин. Киске 7-лә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уның Хәтер кисәһе уҙа. Сәхнәлә шағирҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, Н. Нәжми шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырай.
http://www.bashinform.ru/news/1112705-v-bashkortostane-prokhodyat-yubileynye-meropriyatiya-k-100-letiyu-nazara-nadzhmi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика