05:00 (UTC+5), 05 Февраля 2018

2018 йылда Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт өлкәһендә миллионлы гранттарҙы алыусылар асыҡланды

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда республика Башлығының театр, музыка, хореография сәнғәте һәм кинематография өлкәһендә иң мөһим ижади проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бүленгән миллионлы гранттарҙы алыусылар билдәле булды. Тейешле бойороҡҡа йома көндө Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Гранттарҙың дөйөм суммаһы – 90 миллион һум. Конкурс нигеҙендә республиканың ижади коллективтарына 16 грант бүленгән.
13,5-шәр миллион һумлыҡ иң ҙур гранттар ике проектҡа бирелгән: Өфөлә республика муниципаль райондарының «Башҡортостан тарихы биттәре» фестиваль-марафонына (Халыҡтар дуҫлығы йорто) һәм «Евразия йөрәге» III халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә (Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы).
9-шар миллион һумлыҡ гранттар биш проектҡа тейгән. Улар – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса тулы метражлы фильм («Башҡортостан» киностудияһы), «Урал батыр» башҡорт эпосы буйынса спектакль (М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры), Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына альбомдар серияһы (Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана), СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл ҡойоу һәм ҡуйыу (Башҡортостан Милли музейы), «Фестивалле Өфө» филармониадаһы (Башҡорт дәүләт филармонияһы).
Владимир Спиваков менән ижади осрашыуҙарға («Башҡортостан» дәүләт концерт залы) һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына Бөтә Рәсәй художество эштәре конкурсына (М. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы) 4,5-шәр миллион һум бүленгән.
1,8-шәр миллион һумлыҡ гранттарҙы «Торатау итәгендә Урал моңо» (Республика халыҡ ижады үҙәге), «Ете ҡыҙ» башҡорт легендаһы буйынса бер исемле спектакль сәхнәләштереү (Милли йәштәр театры) һәм балалар өсөн «Морозко» балет-әкиәте ( Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы) проекттары алған.
900-шәр мең һум – «Башҡортостандың археология, архитектура, тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылары» альбомын сығарыу (Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге), Ғәлимйән Ибраһимовтың «Йөрәктәрҙе берләштергән тамырҙар» музейын яңыртыу (Ауырғазы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы), «Өфөлә Шалаяпин кисәләре» халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале (Башҡорт опера һәм балет театры), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романы буйынса спектакль сәхнәләштереү (М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры).
http://www.bashinform.ru/news/1111974-stali-izvestny-obladateli-millionnykh-grantov-glavy-bashkirii-v-oblasti-kultury-na-2018-god/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика