ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 1 февралдә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафоны
башланды. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған сара ике йыл дауам итә. Тәүгеләрҙән булып Хәйбулла районы сығыш яһаны.