06:20 (UTC+5), 02 Февраля 2018

Артур Нәзиуллин Мәскәүҙә «XXI быуат йондоҙҙары» абонементы сиктәрендә сығыш яһаясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Билдәле Рәсәй музыканты, Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды директоры Артур Нәзиуллин Мәскәүҙә сығыш яһаясаҡ. 6 февралдә ул данлыҡлы Чайковский исемендәге концерт залында уйнай. Концерт Мәскәү дәүләт академия филармонияһының «XXI быуат йондоҙҙары» абонементы сиктәрендә үтә.
Концертта халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, скрипкасы Иван Почекин, пианинола уйнаусы Дмитрий Шишкин һәм Е.Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт академия симфоник оркестры (дирижер Дмитрий Крюков) ҡатнаша.
Мәскәү дәүләт академия филармонияһы сайтында концертты тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.
Артур Нәзиуллин – Рәсәйҙә иң талап ителгән кларнетсыларҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республиканың Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы, Мәскәү өлкә филармонияһы программалары солисы, Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды директоры. Артист илдең бик күп төбәктәрендә Мәскәү дәүләт филармонияһының һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының «XXI быуат йондоҙҙары», «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаларында сығыш яһай.
Артур Нәзиуллиндың Мәскәү дәүләт филармонияһында концерттары 2019 йылғаса яҙылған.
http://www.bashinform.ru/news/1111422-artur-naziullin-vystupit-v-moskve-v-ramkakh-abonementa-zvezdy-xxi-veka/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика