11:07 (UTC+5), 01 Февраль 2018

Башҡорт ҡыҙҙарын «Һылыуҡай-2018» матурлыҡ конкурсының һайлап алыу турына саҡыралар

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында сираттағы тапҡыр «Һылыуҡай-2018» республика гүзәллек бәйгеһе ойошторола. Башҡорт һылыуҙарын конкурстың һайлап алыу турына саҡыралар.
Ғәҙәттәгесә, сара өс этапта уҙғарыла. 2018 йылдың 16 февраленә тиклем республиканың муниципаль берәмектәрендә — тәүге этап, 21 февралдә иһә Өфөлә Республика конкурсының кастингы була. Унда 16-25 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Иң популяр башҡорт шоуының финалына үтер өсөн ҡатнашыусыларға үҙҙәрен өс этапта күрһәтеү шарт: «визитка» (ҡыҫҡаса үҙең менән таныштырыу), «ижади бәйге» (бейеү, йыр/таҡмаҡ, актерлыҡ этюды), кейем-һалым күрһәтеү (дефиле). Шулай уҡ портфолио алып килеү мотлаҡ — А4 форматындағы дүрт профессиональ фотоһүрәт (портрет, буй-һын, милли кейемдә).
Ҡыҙҙың буйы 165 сантиметрҙан түбән булырға тейеш түгел. Шулай уҡ ҡатнашыусылар башҡорт әҙәби телен белергә тейеш.
Кастингты үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 13, «Версаль» рестораны. Иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Ғаризалар 18 февралгә ҡәҙәр «Һылыуҡай-2018» билдәһе менән gukrcnt@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 289-62-00, 8-965-666-20-68 (конкурстың кураторы Әлиә Ғәйфуллина).
Ошо йылдар эсендә республиканың төп матурлыҡ конкурсында 200-ҙән ашыу ҡыҙ ҡатнашҡан, уларҙың күптәре үҙ карьераһын телеиндустрияла, реклама, модель бизнесында дауам итә һәм донъя подиумдарында башҡорт ҡыҙҙарының һылыулығын данлай.
«Һылыуҡай-2018» республика конкурсы милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының сибәрлеген, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау, ҡыҙҙарҙың ижади ҡеүәтен асыу, йәштәрҙе ижади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәренә йәлеп итеү өсөн үткәрелә.
Ойоштороусылар — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәҙәниәт министрлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1111231-bashkirskikh-krasavits-priglashayut-na-kasting-konkursa-krasoty-khylyukay-2018/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика