05:15 (UTC+5), 31 Января 2018

Йырсы Гөлназ Асаева сығышының күпме торғанын һәм Радик Юльяҡшин уның кейәүеме икәнлеген һөйләне

интервьюнан скриншот
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Танылған йәш йырсы Гөлназ Асаева сығышы күпме торғаны хаҡында һөйләне. Артист 50 мең һум һандарын атаны һәм был уртаса гонорар тине. Эшләгән аҡсаһын ҡыҙ тотонмай, ә үҙ үҫешенә һалып бара – яңы йырҙар яҙҙыра һәм клиптар төшөрә.
Ҙур интервьюла йырсы коллегалары Радик Юльяҡшин (Элвин Грей), Ришат Төхвәтуллин һәм РНТ менән танышыу һәм дуҫлашыу тарихын бәйән итте. Гөлназ уға Радик Юльяҡшин менән мөхәббәт мөнәсәбәттәрен бәйләп яҙған имеш-мимештәргә, ул уның кейәүеме тигән сетерекле һорауҙарға асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе.
Гөлназ ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәргә лә ҡағылып үтте, атаһы – билдәле татар йырсыһы Рөстәм Асаев һәм үгәй атаһы – танылған башҡорт эстрадаһы артисы Фәдис Ғәниев менән мөнәсәбәттәре тураһында һөйләне.
Артист ни өсөн Ҡазанда уҡыуын ташлағанын һәм ни сәбәпле Өфө сәнғәт училищеһында академик ял алыуын аңлатты. Ҡыҙ яңы Рәсәй йырсыһы Джаннат образында киләсәккә пландары менән уртаҡлашты. Был образ өҫтөндә Мәскәү продюсеры эшләйәсәк. Эш сентябрҙә башлана.
Гөлназ Асаева Джаннат проектына арналған иң яҡшы шиғыр ебәреүсегә бүләк – көрөшкә әҙерләгән.
Гөлназ Асаеваның интервьюһы яңы «Ishkinin vs» проекты сиктәрендә видеоинтервью форматында сыҡты. Башлап тороусы Өфө журналисы, «Бәйләнештә» селтәрендә популяр «Башҡорт эстрадаһы» проекты етәксеһе Заһир Ишкинин интервьюлар серияһын сығара башланы. Уларҙы үҙенең Youtube-каналына һәм социаль селтәрҙәргә һаласаҡ.
«Йондоҙҙарҙа» ғына туҡталып ҡалаһым килмәй, ниндәйҙер ҡыҙыҡлы нәмәләр эшләүсе кешеләр менән интервью эшләйәсәкмен», — тип хәбәр итте Заһир «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһенә.
http://www.bashinform.ru/news/1110594-pevitsa-gulnaz-asaeva-rasskazala-skolko-stoit-ee-vystuplenie-i-stal-li-radik-yulyakshin-ee-zhenikhom/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика