12:08 (UTC+5), 31 Января 2018

Өфөлә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр

Роман Шумнов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 31 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2 февралдә бөтөн илдә уҙғарылған иҫтәлекле сараларға ҡушыла. Өфөлә Сталинград һуғышында совет ғәскәрҙәренең немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратыуына 75 йыл тулыуҙы билдәләйҙәр.
Был көндә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры фойеһында «Хәтер һәм дан юлдары менән!» күргәҙмәһе асыла, сәхнәлә иһә ике труппа артистары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндың асҡысы» исемле патриотик спектакль тәҡдим итә.
Иҫтәлекле сара киске сәғәт 5-тә Светлана Комкованың экспозицияһын асыуҙан башлана. Фоторәссам үҙенең эштәрен Башҡортостан биләмәһендә үткән хәрби-тарихи реконструкцияларға бағышлаған.
Күргәҙмәгә музыканттар, Рәсәйҙең Фоторәссамдар союзы, хәрби-патриотик клубтар вәкилдәре, «Еңеү ирекмәндәре» үҙәге һәм «Рәсәй офицерҙары» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары саҡырылған. Махсус ҡунаҡ – «Светлячки» театр студияһы.
Киске сәғәт 7-лә Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса «Заһир, Гөлшат һәм Берлиндың асҡысы» спектакле башлана. Был – ике йәш йөрәктең мөхәббәт тарихы, ләкин һуғыш сыҡҡан тигән ҡурҡыныс хәбәрҙән уларҙың туйҙары туҡтап ҡала. Заһир фронтҡа алына, ә тоғро Гөлшат күпмелер ваҡыттан һуң һөйгән йәре артынан һуғыш яланына китә. Ләкин туптар нисек кенә шартламаһын, дошман нисек кенә яҡынларға тырышмаһын, Заһир менән Гөлшаттың мөхәббәте иң ҡурҡыныс һуғышты ла еңеп сыға.
Спектакль рус һәм башҡорт телдәрендә бара.
http://www.bashinform.ru/news/1110604-v-ufe-otmetyat-75-letie-razgroma-sovetskimi-voyskami-nemetsko-fashistskikh-voysk-v-stalingradskoy-bi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика