11:00 (UTC+5), 30 Ғинуар 2018

Лилиә Ғүмәрова «Веселинка» ансамбленең йәш бейеүселәрен коллективтың 25 йыллығы менән ҡотланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Веселинка» ансамбленең 25 йыллығы хөрмәтенә концерт үтте. Унда коллективтың хәҙерге ҡатнашыусылары һәм уны тамамлағандар сығыш яһаны. Ансамбль репертурарында халҡыбыҙҙың һәм башҡа этностарҙың мәҙәниәтен сағылдырған бейеүҙәр бик күп. Юбилей концертына коллектив премьера – «Беҙҙең байрам» тип аталған ҡытай бейеүен әҙерләгән. Унда халыҡ ҡурсаҡтары төп персонаждар булып сығыш яһай.
Сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова «Веселинка» ансамблен юбилейы менән ҡотланы. Ул – ижады республикабыҙҙа ғына түгел, Рәсәйҙә һәм донъяла танылған иң яҡшы бейеү коллективтарының береһе, тип билдәләне.
«Улар республикабыҙҙы, Рәсәйҙе лайыҡлы күрһәтә. Ансамблгә артабан да ижади уңыштар теләйем, ә беҙгә, өлкәндәргә, был коллективтарҙы күрә белергә, республиканың ижади тормошона индерергә ярҙам итергә кәрәк», — тип айырып әйтте Лилиә Ғүмәрова.
«Веселинка» өлгөлө балалар хореография ансамбле – В.М. Комаров исемендәге Балалар ижады һарайы ғорурланған коллективтарҙың береһе. 200-ҙән ашыу бала тыуған еренең һәм донъя халыҡтарының бейеү мәҙәниәтен өйрәнә. Ансамблде республиканың атҡаҙанған хеҙмәткәре Оксана Щука етәкләй. Бына инде сирек быуат «Веселинка» быуындан-быуынға халыҡ бейеүенең иң яҡшы йолаларын тапшыра килә. Ансамблде тамамлаусылар коллектив менән бәйләнеште өҙмәй, уларҙың күбеһе үҙҙәре ата-әсә булып, балаларын ансамблгә алып килгән. Республика һәм бөтә Рәсәй фестивалендәрендә «Веселинка» Гран-при яулай. Шулай уҡ йәш бейеүселәр Башҡортостан исеменән Францияла, Швецияла, Италияла, Словенияла, Словакияла, Австрияла, Финляндияла һәм башҡа илдәрҙә дәрәжәле сығыш яһай.
http://www.bashinform.ru/news/1110026-liliya-gumerova-pozdravila-yunykh-tantsorov-ansamblya-veselinka-s-25-letiem/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика