Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.57
+0.16
93.26
+0.09
80.51
-1.86
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар 2018, 16:51

Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2018 йылды Хашим Мостаевтың 100 йыллығына бағышлай

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 2018 йылды күренекле балетмейстер Хашим Мостаевтың 100 йыллығына бағышлай. Ошо хаҡта коллективтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Данлыҡлы коллектив үҙенең гастролдәрен 6 февралдә балетмейстерҙың тыуған төйәгенән, Кушнаренко районынан башлай. Артабан ансамбль республика буйлап гастролдәрен дауам итә. Концерттар Бөрөлә, Бәләбәйҙә, Учалыла, Бишбүләк, Әбйәлил, Бөрйән райондарында, Стәрлетамаҡта, Өфөлә иһә 23-24 мартта — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында, 30 мартта «Химик» мәҙәниәт йортонда уҙа.
Уҙған миҙгелдә Хашим Мостаев ҡуйған «Азамат» бейеүе тергеҙелде. Хореограф иҫтәлегенә Хашим Мостаевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан юбилей кисәһен ойоштороу күҙаллана. Коллектив уның бейеүҙәрен тергеҙергә йыйына.
Хашим Мостаев (1918-2015) — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Ғафури исемендәге премия лауреаты. 1970-1974 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. 1982-1992 йылдарҙа — балетмейстер, «Нефтсе» мәҙәниәт йорто ҡарамағындағы «Ләйсән» хореография студияһының художество етәксеһе, 1995-2014 йылдарҙа — Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә балетмейстер-консультант.
«Баҡсаһарай фонтаны» (Арыҫланбай һәм Йомағол), «Зөһрә» (Нур), «Аҡҡош күле» (принц Зигфрид) балеттарында төп партияларҙы башҡарған. «Ҡара йөҙҙәр», «Гөлнәзирә» балет спектаклдәрен, «Кармен» һәм «Сыңрау торна» операһында бейеүҙәр ҡуйған. Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә «Ирәндек», «Азамат», «Ҡумыҙ менән бейеү», «Сәскә атыусы ҡурай», «Беләҙектәр сыңы», «Француз яулығы», «Бөрйән ҡыҙҙары» бейеүҙәрен һалған.
http://www.bashinform.ru/news/1110024-ansambl-narodnogo-tantsa-im-f-gaskarova-posvyashchaet-2018-god-100-letiyu-khashima-mustaeva/
Читайте нас: