Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
23+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Ғинуар 2018, 13:09
Башҡортостандың Иҫке Күктау ауылында республиканың юбилейына яңы Мәҙәниәт йорто асылды
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. 29 ғинуарҙа Илеш районының Иҫке Күктау ауылында яңыртылған Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһы уҙҙы. Урындағы халыҡты әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотлау өсөн Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килгәйне.
Ул йыйылыусыларҙы райондың мәҙәни тормошондағы мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, һуңғы йылдарҙа республикала халыҡтың йәшәү сифатын арттырыуға, ауыл биләмәләрендә тейешле шарттар булдырыуға ҙур иғтибар бүленеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Башҡортостанда мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барыла. Улар ауыл халҡының ялын юғары кимәлдә ойошторорға, төрлө саралар уҙғарырға мөмкинлек тыуҙыра. Яңыртылған клуб ауыл халҡы өсөн яңы офоҡтар асыр, яңы һәләттәр йәлеп итер, күп милләтле республикабыҙ халыҡтарының үҙенсәлекле мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итер тип ышанам», — тине министр.
Учреждение «Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект» республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән, тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
«Башинформ» агентлығына республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Күктау ауыл Мәҙәниәт йортоноң дөйөм майҙаны 734 квадрат метр тәшкил итә. Учреждениела 300 урынға иҫәпләнгән ҙур тамашалар залы, шулай уҡ иркен сәхнә һәм грим һалыу бүлмәләре бар. Бинала заманса китапхана, компьютер залы, методик һәм түңәрәктәр өсөн бүлмәләр, балалар сәнғәт мәктәбе өсөн, хореография һәм баян буйынса кластар урынлашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1110007-v-bashkirii-zhiteli-sela-starokuktovo-poluchili-k-yubileyu-respubliki-novyy-dom-kultury/
Теги:
ауыл мәҙәниәт йорто
республиканың 100 йыллығы
Читайте нас: