09:01 (UTC+5), 29 Января 2018

Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына бағышланған кисә: шағир тауышы, уның шиғырҙарына йырҙар һәм китаптар күргәҙмә-йәрминкәһе

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 5 февралдә республика Башҡортостандың халыҡ шағиры, публицист, драматург Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләй.
Уның тыуған көнөндә Өфөлә байрам саралары ойошторола. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Назар Нәжмиҙең Хәтер кисәһе була. Программала популяр артистар Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Вәхит Хызыров, Илһам Вәлиев, Әлим Ҡәйүмов, Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (етәксеһе – Линар Дәүләтбаев) М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм «Нур» театры актерҙары сығыш яһай. Кисәнең режиссеры — Хөрмәтулла Үтәшев.
«Мин сценарийҙы блоктарға бүлдем. Тәүгеһе шағирҙың тыуған төйәге — Дүртөйлө еренә, икенсеһе — һуғыш йылдарына, артабанғыһы Өфөгә арналған. Был кисәлә Назар ағайҙың да тауышы яңғырай, ул үҙенең шиғырҙарын уҡый. Назар Нәжмиҙең шиғырҙарына яҙылған бик күп йырҙар башҡарыу, «Гармунсы дуҫ» спектакленән өҙөк күрһәтеү ҡаралған», — тип һөйләне режиссер.
Хәтер кисәһе киске сәғәт 7-лә башлана. Сара барышында З. Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте күргәҙмә-йәрминкә ойоштора. Унда Назар Нәжмиҙең һайланма әҫәрҙәрен һатып алырға мөмкин. Күп томлыҡтың өсөнсөһө 2017 йылдың ноябрендә донъя күрҙе. Уға публицистик һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса мәҡәләләр, интервью һәм күренекле замандаштар хаҡында хәтирәләр ингән. Ошо көндәрҙә дүртенсе том да баҫылып сыҡты, унда публицистика һәм драма әҫәрҙәре урын алған. Китапты баҫмаға шағирҙың ҡыҙы Алһыу Назар ҡыҙы һәм уның улы, шағирҙың ейәне Ансаф Абдулнәғимов әҙерләгән.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Назар Нәжмиҙең тормошона һәм ижадына бағышланған күргәҙмә әҙерләй.
Ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы.
http://www.bashinform.ru/news/1109122-vecher-100-letiya-nazara-nadzhmi-golos-poeta-pesni-na-ego-stikhi-i-vystavka-prodazha-knig/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика