Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ғинуар 2018, 10:45

Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты еңеүселәрен иғлан иттеләр

Альберт Заһиров
Альберт Заһиров
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Интернет-ҡулланыусыларҙың тауыш биреү юлы менән, шулай уҡ абруйлы жюриҙең эше менән еңеүселәр билдәләнде. Наградаларҙы дүрт номинацияла тапшырҙылар.
«Легенда» — яҡты донъянан киткән, әммә һынлы сәнғәттә ҙур эҙ ҡалдырған рәссамдар. Әҙиә Ситдиҡова, Әхмәт Лотфуллин һәм Николай Пеганов кеүек билдәле рәссамдар иң күп тауыш йыйған. Проекттың ойоштороусыһы Наил Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, өс «легенда»ның исемдәре менән рәссамдар өсөн премиялар аталасаҡ.
Уларҙың беренсеһе ойошторолған — Николай Пеганов исемендәге. Бының өсөн рәссамдың улы — күренекле Өфө меценаты Василий Пеганов 300 мең һум күләмендә бүләк фонды бүлгән. Н. Пеганов исемендәге махсус премияны Михаил Назаровҡа, Рушания Бәҙретдиноваға, Рәсих Әхмәтвәлиевҡа һәм Фёдор Кащеевҡа тапшырҙылар.
«Оҫта» номинацияһында ижади һөнәри союз рәссамдары-ағзалары тәҡдим ителгән. Оҫталар араһында Рәлиф Әхмәтшинды, Александр Заярнюкты һәм Дмитрий Павловты бүләкләнеләр.
«Актуаль сәнғәт» номинацияһы — ул ижади һөнәри союз ағзалары булмаған профессиональ белемле рәссамдар. Был номинацияла ете еңеүсе билдәләнде. Инна Калабухова, Анна Анпилогова, Илшат Байбурин, Алмаз Мырҙакамалов, Юлия Келу, Руслан Солтанов һәм Азат Кужин награда алдылар.
«Самородоктар» - профессиональ белеме булмаған, әммә ныҡ матур төшөрөүсе рәссамдар. Наградаларҙы Альбина Антиповаға, Флера Шәриповаға, Юрий Бычковҡа, Мөнир Әбүбәкировҡа, Рәүфәт Ниғмәтуллинға, Мәрйәм Целищеваға һәм Руслан Ахуновҡа тапшырҙылар.
Рәссамдар Камил Буҙыҡаев, Айҙар Әлмәтов, Рәмил Латипов, UTV хеҙмәткәрҙәре Алина Гребешкова, Анастасия Никишина, блогер Андрей Колыбановты проекттың «Энергия һөҙөмтәле Башҡортостан» бағыусыһынан махсус дипломдар менән бүләкләнеләр. Рәмил Латипов башҡорт эстрада йондоҙҙарының 45 портретын төшөргән, уларҙың бер өлөшөн концертта геройҙарҙың үҙҙәренә бүләк иттеләр.
Шулай уҡ проект бағыусыһының махсус дипломын Владимир Жигулинға бирҙеләр, уның эштәре ай дауамында урам экрандарында тәҡдим ителәсәк.
Наградалар тапшырыуҙы сәхнә йондоҙҙарының сығыштары оҙатып барҙы — республиканың иң яҡшы рәссамдары өсөн Нәзифә Ҡадирова, Йәмил Әбделмәнов, Иҙрис Ғәниев, Рәмил Бәҙәмшин, Александр Лынник, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө, Катя Ямщикова, Азәт Вәхитов, Руслан Сәйфетдинов, «VIA Чаппа» төркөмө һәм Вероника Мортазина, Артемий, «Старые Papa's» төркөмө йырланылар. Өфө рәссамдарын ҡотлар өсөн Мәскәүҙән Рәсәй хиттары авторы Александр Шаганов килгәйне. «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»ның билдәле алып барыусылары Дмитрий Каретко һәм Лилиә Ҡорамшина республиканың төп художество наградаларын тапшырыу тантанаһын үткәрҙе.
«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты 2017 йылдың 1 июнендә башланып китте. «Уфанет» компанияһы төп проект бағыусыһы булып сығыш яһаны. Яратҡан рәссамдар өсөн беренсе тауыш биреү туры 31 декабрҙә тамамланды. Проект эше барышында сайтта Башҡортостанда 1917 йылдан әлегә ҡәҙәр йәшәгән һәм ижад иткән 600-гә яҡын рәссамдың ике меңдән ашыу эше урынлаштырылған, уларҙы миллиондан ашыу кеше ҡараған. Рәссамдарыбыҙҙың эштәре менән донъяның 96 иленән һынлы сәнғәт яратыусылар ҡыҙыҡһынған. 18 йәшлек Данил Йәнтурин проекттың иң йәш ҡатнашыусыһы булды, ә иң оло ҡатнашыусыға – Фәниә Шевчукка – 92,5 йәш.
Проект артабан да дауам итәсәк һәм яңы эштәр ҡабул итә башлаған да инде. Һынлы сәнғәткә ике йүнәлеш — скульптура һәм фото өҫтәлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1109294-v-ufe-obyavili-imena-pobediteley-proekta-lyubimye-khudozhniki-bashkirii/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: