06:30 (UTC+5), 26 Января 2018

Өфөлә Светлана Хәмиҙуллина исемендәге X төбәк башҡорт фортепиано музыкаһын башҡарыусылар конкурсы үтә

Ләйлә Аралбаева
ӨФө, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Светлана Хәмиҙуллина исемендәге X төбәк башҡорт фортепиано музыкаһын башҡарыусылар конкурсы үтә. 2018 йылда сара Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 50 йыллыҡ юбилей алды сиктәрендә уҙа. Конкурс тыңлауҙар 21-23 февралдә Ф.Шаляпин исемендәге Концерт залда һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтының Камера залында була.
Конкурс башҡорт халҡының рухи мираҫын пропагадалау, сағыу башҡарыусылар һәм милли музыка интерпретаторҙары асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү, башҡорт фортепиано әҫәрҙәре фондын һаҡлап ҡалыу һәм башҡорт композиторҙарын фортепиано өсөн әҫәрҙәр яҙыуға дәртләндереү маҡсатында уҙғарыла.
Бәйге жюрийына Өфө дәүләт сәнғәт институтының махсус фортепиано кафедраһы уҡытыусылары инә. Конкурста 7-25 йәштәрҙәге яңғыҙ башҡарыусылар һәм фонтепиано ансамблдәре ҡатнаша ала. Уның йомғаҡтары буйынса, һәр йәш категорияһына конкурс лауреаты һәм дипломанты тигән исемдәр бирелә, еңеүселәр бүләктәр менән билдәләнә. Бөтә ҡатнашыусыларға ла ҡатнашыу хаҡында иҫтәлекле дипломдар тапшырыла.
Йыл һайын конкурс республика райондары һәм ҡалаларынан 100-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыя. Улар – балалар музыка мәктәптәре, урта махсус һәм юғары белем биреү йорттары уҡыусылары.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларҙы 2018 йылдың 12 февраленә тиклем ugii.konkurs@mail.ru электрон почтаға ебәрергә кәрәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән www.ufaart.ru сайтында танышырға мөмкин, белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-27-60, 8-917-464-77-87.
http://www.bashinform.ru/news/1108675-v-ufe-proydet-x-regionalnyy-konkurs-ispolniteley-bashkirskoy-fortepiannoy-muzyki-im-s-khamidullinoy/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика