05:40 (UTC+5), 26 Ғинуар 2018

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Өфөлә йортло булды

Альберт Заһиров
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Өфөлә яңы урында теркәлде. Хәҙер йәмәғәт ойошмаһының офисы Революция урамы, 43 адресы буйынса Александров йорто булараҡ билдәле тарихи бинала урынлашҡан. Кисә яңы офисты асыу тантанаһы үтте.
Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Хөкүмәт булышлығында тарихта тәүгә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына файҙаланыуға айырым бина тапшырылды. Ике ҡатлы йортта ҡоролтай аппараты бүлмәләре, конференция залы, архив урынлашҡан.
«Бөгөн бөтә башҡорт халҡы өсөн бик мөһим көн. Башҡорттар ҡоролтайы йортло булды. Ул республиканан ситтә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ өсөн дә яңы ҡарауанһарай булыр тип уйлайым. Һәр башҡорт өсөн уның ишектәре гел асыҡ булһын», — тип билдәләне Башҡортостан башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ришат Сабитов.
«Бында республикабыҙ, халҡыбыҙ сәскә атһын өсөн яңы уй-фекерҙәр тыуыр», — тине Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов.
Сара сиктәрендә Ҡоролтай эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән абруйлы ҡунаҡтарҙы рәхмәт хаттары менән бүләкләп үттеләр. Улар араһында – Башҡортостан башлығы хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Данил Азаматов һәм уның урынбаҫары Ришат Сабитов, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ етәксеһе Илһам Фәтҡуллин, республика Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағында Күсемһеҙ мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллективы, журналистар һәм башҡалар.
ХХ быуат башында төҙөлгән йорт Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекты, архитектура ҡомартҡыһы булып һанала һәм дәүләт һағында тора. Ябай крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан Александр Александров ошо йорттоң хужаһы булған. Ул ғаиләһе өсөн таштан ике ҡатлы йортто 1911 йылда төҙөгән. Һуңғы йылдарҙа йортта банк учреждениеһы урынлашты.
http://www.bashinform.ru/news/1108491-v-ufe-ispolkom-vsemirnogo-kurultaya-bashkir-obrel-svoye-zdanie-/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика