Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
08:31 (UTC+5), 25 Января 2018

Өфөлә «Мостай Кәрим» тәүге шәхси әҙәбиәт ғилеме энциклопедияһы баҫмаға әҙерләнә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына «Мостай Кәрим» тәүге шәхси әҙәбиәт ғилеме энциклопедияһын баҫтырып сығарырға йыйына. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда яҙыусының бер быуатлыҡ юбилейы билдәләнә.
Энциклопедияға яҙыусының әҫәрҙәренә анализ, биографик мәғлүмәттәр һәм башҡа материалдар туплана. Ошо хаҡта ғилми-нәшриәт үҙәгенең юбилейына арналған матбуғат конференцияһында уның директоры Уйылдан Сәйетов белдерҙе.
«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ошо йылдар эсендә төрлө энциклопедиялар, һүҙлектәр һәм башҡа баҫмалар әҙерләнгән, улар араһында рус һәм башҡорт телдәрендә «Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия», уларҙың онлайн-версияһы (1997) һәм CD-R (2005); ете томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» (2005–2011); «Салауат Юлаев» шәхси энциклопедияһы (2004), тематик — «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» (2013), «Башҡортостан халыҡтары» (2014), «Йылайыр районы» (2000), «Газпром нефтехим Салауат», «Баймаҡ энциклопедияһы» (икеһе лә — 2013), «Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты» (2014), «Ишембай энциклопедияһы», «Сибай. Энциклопедия», «Хәйбулла энциклопедияһы», «Әбйәлил энциклопедияһы» (барыһы ла — 2015), «Башҡортостан комсомолы» (2016) энциклопедиялары бар.
2018 йылда башҡорт телендә «Башҡорт энциклопедияһы»ның етенсе томын һәм уның электрон версияһын сығарыу күҙаллана.
2015 йылдан алып «башҡорт энциклопедияһы.рф» сайтында күп томлыҡ «Башҡорт энциклопедияһы»ның русса электрон версияһы бар. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» хәбәр итеүенсә, республиканың 100 йыллығына нәшриәт энциклопедияның электрон варианты нигеҙендә «Башҡортостан» фәнни порталын әҙерләй. Ресурста республика хаҡында өс телдә мәғлүмәт биреү, шулай уҡ һылтанмалар ярҙамында мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларының мәғлүмәт ресурстарын берләштереү ҡаралған.
Юбилей уңайынан рус һәм инглиз телдәрендә «Башҡортостан Республикаһы» энциклопедияһын әҙерләү буйынса эштәр алып барыла. 2020 йылғы Фольклориадаға республика биләмәһендә йәшәгән халыҡтарҙың фольклоры, ансамблдәр, ижади берекмәләр, күренекле эшмәкәрҙәр хаҡында «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының фольклоры» баҫмаһы әҙерләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1107973-v-ufe-nauchno-izdatelskiy-kompleks-bashkirskaya-entsiklopediya-otmechaet-svoe-25-letie/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика