08:06 (UTC+5), 24 Января 2018

Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме «ҡашмау»ҙы һаҡлау, үҫтереү һәм әҙерләү мәсьәләләре тикшерелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме «ҡашмау»ға арналған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола. Милли кейем оҫталары йома, 26 ғинуарҙа, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейына йыйыла.
Конференцияның төп темаһы — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемендә ҡашмау, һаҡлау һәм үҫтереү йолалары, заманса реконструкциялар.
М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейының кесе ғилми хеҙмәткәре Эльвира Мәмлиева «М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы йыйылмаһында башҡорттарҙың биҙәү-ҡулланма сәнғәте коллекцияһы» темаһына доклад менән сығыш яһай. Ошо музей фондтарынан экспонаттар ҡуйыу ҡаралған.
Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Р. Ғ. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институты этнография бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Елена Нечвалода «Ҡашмау — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме: конструкция, биҙәү үҙенсәлектәре һәм кейеп йөрөү ысулдары» темаһы буйынса доклад тәҡдим итә.
Биҙәү-ҡулланма сәнғәт рәссамы, «Ҡусҡар» художестволы текстиль студияһы ағзаһы, «Нестеров музейында яңы йыл әкиәте» күргәҙмәһендә ҡатнашҡан Гүзәл Мостафина ҡашмауҙың заманса өлгөләре һәм ғәҙәти биҙәүестәрҙең авторлыҡ варианттары хаҡында һөйләр. Г. Р. Мостафина етәкселегендәге оҫталыҡ дәрестәрендә башҡарылған ҡашмауҙар күрһәтеү ҡаралған.
Конференция фольклор коллективы — «Селтәр» студияһы оҫталары (етәксеһе — Гөлгөнә Баймырҙина) ҡатнашлығында уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1107418-v-ufe-obsudyat-voprosy-sokhraneniya-razvitiya-i-izgotovleniya-bashkirskogo-zhenskogo-golovnogo-ubora/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика