03:30 (UTC+5), 19 Января 2018

Америкала Булат Йосоповтың «Бабич» фильмын күрһәттеләр

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Сан-Франциско ҡалаһында режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» тигән тарихи фильмын күрһәттеләр. Фильм башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт эшмәкәре, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған.
«Америкала йәшәп, «Бабич» фильмын ҡараным, нәҡ шуға ла был фильм миңә үҙенә бер төрлө булды, ахыры. Актерҙарҙың иҫ киткес уйнауын, Илгиз Таһировтың күңел биреп шиғыр уҡыуын һәм уларҙың тәрән мәғәнәле булыуын билдәләп үтәһем килә. Ҡаралы-аҡлы постановка фильмға айырыуса килешә һәм сюжетты ысынбарлыҡҡа яҡын итә, тип уйлайым. Өс көн үткәс тә ҡайһы бер мәлдәрен уйлап йөрөйөм. Тимәк, фильм ысынлап та йөрәккә үтеп ингән», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Зөһрә Сәләхетдинова.
«Фильмды төшөргәндән һуң иң ҡыуаныслы мәл – тамашасының нисек үҙгәреүен күреү, ишетеү, тойоуҙыр ул. Тамашасының үҙ асышы менән уртаҡлашырға мөмкинлек табыуы, айырыуса ҡәҙерле», — тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған Булат Йосопов.
«Бабич» фильмы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Башлығы грантына һәм шәхси бағыусылар ярҙамы менән төшөрөлгән. Төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының алдынғы артисы Илгиз Таһиров башҡарған.
http://www.bashinform.ru/news/1105263-v-amerike-pokazali-film-bulata-yusupova-babich/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика