12:33 (UTC+5), 18 Января 2018

Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә ҡурайҙы музыкаль бренд булараҡ теркәү хаҡында ғариза бирелгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы ҡурайҙы музыкаль бренд булараҡ теркәү хаҡында тәүге ғариза бирелгән. Был хаҡта Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.
«Әле Рәсәйҙә бер генә инструмент — Тула гармуны ғына теркәлгән. Уға ҡурай ҙа өҫтәлер, тип өмөтләнәбеҙ», — тине республика вәкиле парламенттың юғары палатаһы ултырышында.
Бөтә сенаторҙарға ла брендтарҙы теркәү буйынса йөкләмә бирелгән.
«Ләкин беҙ килгән һорауҙарҙы тикшергәндән һуң теләктең ҙур булыуын, әммә әлегә ошо өлкәлә белемдең аҙыраҡ икәнлеген аңланыҡ. Шуға бәйле беҙ мартта семинар үткәрергә тәҡдим итәбеҙ, унда төбәк брендын дөрөҫ теркәүҙе аңлатыу күҙаллана», — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова һәм сенаторҙарҙы март айына тиклем потенциаль брендтар менән таныштырыуҙарын һораны.
Бынан алда Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко сенаторҙарға үҙ төбәктәрендә икешәр брендты теркәргә ҡушҡайны. Быйылғы ултырышта ул шул хаҡта иҫкә төшөрҙө.
«Әгәр кемдер ҡаршы йәки быны эшләй алмаһа, хәҙер үк әйтегеҙ. Юҡ икән, йыл аҙағында йомғаҡ яһарбыҙ — эшләгән йәки эшләмәгән, һәм шунда һеҙгә баһа бирербеҙ. Был минималь планка, кем башҡарып сыға, шул герой», — тине Валентина Матвиенко.
http://www.bashinform.ru/news/1105321-v-rospatent-podana-zayavka-o-registratsii-kuraya-kak-muzykalnogo-brenda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика