10:00 (UTC+5), 17 Ғинуар 2018

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Ҡурай даны» тигән республика телевизион премияһы булдырылды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Ҡурай-ТВ» телеканалы «Ҡурай даны» тигән премия булдырҙы. Ул башҡорт телен пропагандалауға һәм һаҡлауға, халыҡ йолаларын үҫтереүгә һәм тамашасылар аудиторияһын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Ҡурай» йыр-моң – күңел асыу телеканалын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.
Премия номинациялары:
— «Йыл йырсыһы»;
— «Йыл меценаты»;
— «Эшлекле ханым»;
— «Ижади ғаилә»;
— «Ҡул оҫтаһы»;
— «Ер кешеһе»;
— «Ҡәләм оҫтаһы»;
— «Һөнәр оҫтаһы»;
— «Миһырбанлы ғаилә»;
— «Иң шәп клип төшөрөүсе».
«Ҡурай даны» премияһы дүрт этапта уҙғарыла:
1-се тур – ябыҡ (ситтән тороп). Жюри тамашасыларҙың теләктәре буйынса һөнәри ҡаҙаныштарынан сығып, дәғүәселәрҙе билдәләй.
2-се тур - таныштырыу. Концерт форматында уҙа. Унда тамашасы номинацияла ҡатнашыусылар менән таныша.
3-се тур – телевизион (һайлап алыу). Йыл дауамында «Ҡурай» каналында номинанттар тураһында тапшырыуҙар эфирға сыға. Тамашасылар ебәргән SMS-тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнә.
2019 йылдың февраль айында гала-концерт була. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, дипломдар, аҡсалата һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1104374-v-stolitse-bashkortostana-uchredili-respublikanskuyu-televizionnuyu-premiyu-kuray-dany/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика