05:20 (UTC+5), 16 Января 2018

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө хөрмәтенә журналистар бүләкләнде

Георгий Шишкин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостандың баш ҡалаһында, «Башинформ» агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә тантаналы сара уҙҙы. Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән байрамға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшриәтселәр һәм полиграфистар йыйылды.
«Республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн йыл уңышлы булды. Республиканың төп телеканалы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мотлаҡ каналға әйләнде һәм уны бөтәһе лә ҡарай ала, ул «Бирешмә» йәштәр телесериалын төшөрҙө. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бик күп яңы продукттары бар, улар хәҙер Волга буйы федераль округында дәүләт интернет-агентлыҡтары араһында аудитория буйынса беренсе урынды биләй», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.
Сара сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.
Еңеүселәрҙе «Ҡош юлы» республика бард йыры конкурсы еңеүсеһе Тимур Ямалов ҡотланы.
http://www.bashinform.ru/news/1103819-v-stolitse-bashkortostana-nagradili-zhurnalistov-v-chest-dnya-rossiyskoy-pechati/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика