Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
86.25
+0.84
-2 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар 2018, 10:30

Нидерланд Короллегендә Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты үтте

Хәлит Сафин
Хәлит Сафин
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Нидерланд Короллегендә Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты үтте. Рәсәй Федерацияһының Нидерланд Короллегендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Шульгин тантаналы сарала «Башҡортостан —Нидерланд 2018» фестиваленең һәм башҡорт яугирҙарына һәйкәл төҙөүҙең мөһимлеген билдәләне. Илсе Нидерландты Наполеон ғәскәрҙәренән азат итеү осорон һынландырған байтаҡ картиналар барлығы, был эштәрҙә башҡорт атлылары төшөрөлгәне хаҡында һөйләне. Александр Шульгиндың фекеренсә, был башҡорт халҡына, ошо ерҙәрҙе ҡотҡарыусыларҙың сығышына, көнкүрешенә һәм мәҙәниәтенә тәбиғи ҡыҙыҡһыныу уята. Фестиваль башҡорт халҡының сәнғәте һәм мәҙәниәте менән бик һәйбәт танышыу мөмкинлеге бирә.
Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте менән тулыраҡ Әминә Шафиҡова таныштырҙы. Төбәктең мәҙәниәт министры короллек халҡына Рәсәй Федерацияһы төбәгендә – Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе 4 миллиондан ашыу кешенән иң изге теләктәр юлланы.
«Бай Нидерланд Короллеге еренә килеп, үҙебеҙгә ҡарата айырым мөнәсәбәт, ихласлыҡ һәм эскерһеҙлек тоябыҙ. Саҡырыуығыҙ һәм ҡунаҡсыл булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, — тине фестивалде асыу тантанаһында Әминә Шафиҡова. — Башҡорт халҡы элек-электән ҡунаҡтарға ҡарата ихласлығы һәм алсаҡлығы менән айырылды. Мөмкинлек менән файҙаланып, башҡорт еренең бик шәп энергетикаһын һиҙеү өсөн барығыҙҙы ла Башҡортостанға саҡырам. Рәсәй ғәскәрҙәре сафында нидерландтар өсөн иреклек яулаған ҡаһарман башҡорт атлыларының батырлығын хөрмәтләп иҫкә алыуығыҙ беҙгә айырыуса ҡәҙерле».
Әминә Шафиҡова «Сәнғәт берләштерә» тигән фонд менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында һөйләне. Һуңғы проект уҙған йылдың ноябрь айында Өфөлә үтте. Бер сәхнәлә үҙ һәләттәрен голланд һәм башҡорт музыканттары, артистар, рәссамдар һәм ғалимдар күрһәтте. Был дуҫлыҡ, юғары сәнғәт байрамы иң сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Башҡортостанда бөйөк бейеүсе Рудольф Нуриев, яҙыусылар Сергей Аксаков һәм Сергей Довлатов, рәссам Михаил Нестеров, дирижер һәм скрипкасы Владимир Спиваков, опера йырсылары Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар тыуған, тип һөйләне мәҙәниәт министры. Башҡортостанда Федор Шаляпин тәү башлап сығыш яһаған.
Әминә Шафиҡова 1996 йылда нәҡ бында, Голландияла, беренсе Бөтә донъя Фольклориадаһы үтеүен хәтергә төшөрҙө. Алтынсы Бөтә донъя Фольклориадаһын Рәсәй ҡабул итәсәк һәм ул 2020 йылда беҙҙең республикала үтә. Министр Нидерландтың ижади коллективтарын унда ҡатнашырға саҡырҙы.
Фестиваль Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театры һәм «Гексагон» Нидерланд ансамбле артистары ҡатнашлығында «Буран» әҙәби-музыка спектакле менән асылды.
Александр Сергеевич Пушкиндың повесы буйынса «Буран» спектакленең премьераһы 2017 йылдың 26 ноябрендә Өфөлә уҙған йылдың 23-30 ноябрендә «Башҡортостан – Нидерланд» сәнғәт фестивале сиктәрендә республиканың Рус дәүләт академия драма театры сәхнәһендә үтте. Проект өсөн махсус рәүештә костюмдар әҙерләнгән, сәхнә биҙәлгән.
Концертты Башҡортостандың сәнғәт оҫталары дауам итте. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары танылған Ҡумыҙ менән башҡорт бейеүе, Башҡорт ҡаҙаҡ бейеүе, «Ете ҡыҙ», «Еҙ үксә», шулай уҡ «Калинка» рус халыҡ бейеүҙәрен тәҡдим итте. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһы, «Ҡарауан» төркөмө артистары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.
http://www.bashinform.ru/news/1102773-v-korolevstve-niderlandov-sostoyalsya-kontsert-masterov-iskusstv-bashkortostana/
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: