04:25 (UTC+5), 11 Января 2018

«Зөләйха күҙҙәрен аса» донъяның 20 телендә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Гүзәл Яхинаның донъяның бер нисә телендә нәшер ителгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтарының күргәҙмәһе асылды.
Милли китапхананың төп корпусында икенсе ҡаттағы галереяны бөгөн рус, татар, ҡытай, фин, литва, чех, украин, хорват, француз, венгер, швед, иран, итальян, поляк, эстон, болгар, немец, голланд, серб, румын телдәрендә донъя күргән романдың иллюстрациялы тышлыҡтары коллекцияһы биҙәй.
Гүзәл Яхина һөйләүенсә, йыл башында Хорватияла һәм Швецияла йәшәүселәр романдың туған телдәрендә сығыуын көтә. Китаптарҙың тышлыҡтары әҙер инде һәм Милли китапханаға тапшырылған. Шулай уҡ быйыл төрөк, македон, словак, үзбәк, иврит, инглиз, испан һәм япон телдәрендә нәшер ителеүе көтөлә.
Күргәҙмәне уҙғарыу урыны: Ленин урамы, 4, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, галерея, 2-се ҡат.
http://www.bashinform.ru/news/1102061-izvestnyy-roman-guzel-yakhinoy-govorit-na-20-yazykakh-mira/
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика