Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.74
+0.33
1+ °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Ғинуар 2018, 13:00

Өфөлә ҡурайсы Илшат Ишморатов ижади эшмәкәрлегенең 20 йыллығына саҡыра

ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Илшат Ишморатов ижади эшмәкәрлегенең 20 йыллығына саҡыра. Музыканттың һәм уның дуҫтарының концерты 20 ғинуарҙа киске сәғәт 6-ла Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.
«Ҡурайҙа төрлө көйҙәрҙе уйнарға мөмкин, минең репертуарымда ла сит ил һәм рус популяр музыкаһы, заманса композицияларҙың өлгөләре бар. Шулай ҙа мин быуындан быуынға тапшырыла килгән мираҫыбыҙға — башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен башҡарыуға өҫтөнлөк бирәм, — ти Илшат Ишморатов. — Төрлө залдарҙа уйнарға тура килде, әммә иң хәтерҙә ҡалғаны Париждағы Эйфель башняһында халҡыбыҙ гимнын — «Урал» йырын башҡарыу булғандыр».
Концерт программаһында шулай уҡ башҡорт эстрадаһының популяр артистары — Индира Әсәҙуллина, Лилиә Ишемйәрова, Милеғәфүр Зәйнетдинов, Сәйҙә Ильясова, Римма Амангилдина, «Карауан» эстрада төркөмө, филармония ҡурайсылары квинтеты һәм башҡа музыканттар ҡатнаша.
Ҡурайсы республиканың Баймаҡ районы I Төрөкмән ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлағас, 1997 йылда Өфө ҡалаһының «Мираҫ» бейеү ансамбле оркестрында ижад юлын башлай. 2001 йылдан алып Башҡорт дәүләт филармонияһында Музыкаль-әҙәби лекторий составында, «Далан», «Ихлас» һәм «Йәдкәр» төркөмдәрендә сығыш яһай. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Флүрә Килдейәрова, Рәйлә Аҙнаҡаева, Зәки Мәхмүтовҡа һәм башҡаларға ҡушылып уйнай.
2003 йылда Һарытау өлкәһендә Башҡорт ҡоролтайы саҡырыуы буйынса Илшат Ишморатов «Аҡ юл» исемле ҡурайсылар ансамблен ойоштора. Милли мәҙәниәтте тергеҙеү буйынса әүҙем эшләгәне өсөн Һарытау өлкәһе мәҙәниәт министрының һәм Һарытау өлкәһе Ҡоролтай советының почет грамоталары менән бүләкләнә.
Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Германия, Франция ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 2008 йылда Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астананың 10 йыллығын билдәләүгә арналған «Төрки халыҡтары музыкаһы» концертында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай. 2010 йылда ЮНЕСКО-ның «Донъя халыҡтарының мәҙәниәттәр диалогы» халыҡ-ара проектында, тәүге тапҡыр Парижда үткән «Науруз-2010» төрки телле халыҡтар фестивалендә ҡатнаша.
Рус шағиры Геннадий Горельников, концертта Илшат Ишморатов башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын ишеткәс, уға арнап «Ҡурай» шиғырын яҙа. Шиғыр 2005 йылда «Истоки» гәзитендә донъя күрҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1102110-v-ufe-kuraist-ilshat-ishmuratov-priglashaet-na-20-letie-tvorcheskoy-deyatelnosti/
Читайте нас: