05:35 (UTC+5), 11 Января 2018

«Алиса в стране чудес» исемле китап Ирландияла башҡорт телендә донъя күрҙе

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Льюис Кэрроллдың «Алиса в стране чудес» тигән китабы башҡорт телендә «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» исеме аҫтында донъя күрҙе. Уны билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән.
Стилле итеп биҙәлгән китап (рәссамы Джон Тенниел) Американың Керролл Йәмғиәте менән берлектә бойомға ашырылған ҙур нәшриәт проектының бер өлөшө булып тора. Уны Ирландияла «Evertype» нәшриәте донъя халыҡтары телдәрендә баҫтырып сығарған.
«Миңә профессор, мөхәррир-консультант Виктор Яковлевич Фет был проектта ҡатнашырға тәҡдим итте. Ул ошо данлыҡлы әкиәтте бығаса тәржемә ителмәгән телдәрҙә нәшер итеү маҡсатында тәжрибәле лингвистар эҙләүен яҙғайны. Был ирекмәнлек нигеҙендә башҡарылған түләүһеҙ хеҙмәт булды», — тип аңлатты Гүзәл Ситдиҡова.
2015 йылда Йәмғиәт «Алиса» тураһындағы әкиәттең 174 телгә тәржемә ителеүенә арналған өс томлыҡ сығарған. Был инглиз телендә иң ныҡ тәржемә ителгән әҙәби текст.
Башҡортсаға әйләндерелгән китап Гүзәл Ситдиҡованың үҙендә һәм яҙыусы бүләк иткән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала бар. Уны интернет-магазиндарҙа ла алырға мөмкин, әммә хаҡы ҡиммәт кенә – 16 долларға самаһы тора.
«Эш ҡыҫҡа-ҡыҫҡа тәнәфестәр менән барҙы, әммә мин унан ныҡ ҡәнәғәт ҡалдым: был хеҙмәт ысын-ысындан ижади булып сыҡты. Мин туған телемдә кәрәкле һүҙҙәрҙе, образдарҙы тапҡан һайын ҡабат-ҡабат ләззәт кисерҙем— башҡорт теле төп нөсхәнең иң нәзәкәтле бөгөлдәрен дә образлы, тапҡыр һәм мәргән итеп сағылдыра ала, — тип «Башинформ» агентлығы күҙәтеүсеһе менән уртаҡлашты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы. — Әкиәтте донъяның төрлө телдәрендә нәшер итеү проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша алыуыма һәм мөхәррир-консультант В.Я. Фет етәкселегендә тәржемә итеүемә рәхмәтлемен. Минең өсөн был эш әҫәрҙе юғары кимәлдә тәржемә итеү мәктәбе булды. Ошо эш менән шөғөлләнеүсе коллективҡа һәм мин асыштары менән файҙаланған һөнәрҙәш-тәржемәселәргә ҙур рәхмәт».
Башҡорт телендәге тәржемә Британия китапханаһы каталогына индерелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1102100-kniga-alisa-v-strane-chudes-izdana-v-irlandii-na-bashkirskom-yazyke/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика